Инсе ҡәләм

Ил яҙмышы хаҡында һүҙ — хәләл,
Ҡулыбыҙҙа — аҡ ҡауырһын ҡәләм,
Йөрәҡ ҡаны ғына — уға тәғәм,
Көрәштәрҙә ҡәләм — яугир әләм!

Даланыбыҙ — үҙебеҙҙең ҡулдан,
Бөртөк алтын тапһаҡ бер тоҡ ҡомдан,
Ул да булыр хоҙай үҙе һонған.
Тынғы белмәй торған беҙ тоҡомдан.

Заман тормай баштан һыйпап, йәлләп,
Ижадтан һин көтмә ожмах, йәннәт!
Ҡулыбыҙҙа — халҡым биргән ҡәләм.
Бабич, Рәми, Мостай — беҙҙең әләм.

Был донъяла беҙҙән бәхетлерәк,
Рухы менән өҫтөн, тәхетлерәк
Бармы икән тағы кешеләр?
Булһа, кемгә оҡшаш — ишеләр?..

Ауған мәлдә моңдаш дуҫтарыбыҙ,
Сыңлағанда гәлсәр туҫтағыбыҙ,
Сайпылғанда ҡайсаҡ тостарыбыҙ,
Сайҡалмаһын Башҡортостаныбыҙ!..

Ил яҙмышы хаҡында һүҙ — хәләл,
Ярһыу, яныу, әрнеү — беҙҙең халәт.
Ҡулыбыҙҙа — ҡотло, инсе ҡәләм,
Килер быуындарға яҙһын сәләм!