Именлек моңдары

Ерем,

һинең төрлө тауыштарың –

Гудок,

сирена,

SOS,

һағыш-зарың –

Ҡолағымда сыңлай төн буйы.

Яраларың һыҙлай ярам булып,

Ә иртәгәң, моңға-нурға һыуһап,

Алға килеп баҫа өн булып...

 

Быуаттарҙың тыуып төпкөлөндә,

Сәскә атып халҡым күңелендә

Йәшәгәндәй башҡорт ҡурайы,

Вьетнам моңо – сао, бамбук ҡурай,

Дошмандарың һаман мәкер ҡора,

Һиңә оҙон ғүмер юрайым...

 

Ҡара континентҡа “Азат донъя”

Алып килә, имеш, цивилизация!..

Ә эҙенән ҡала ҡан тамып.

Етте!

Тынһын бығау сыңғырауы!

Тропиктарҙа ярһып яңғыраһын

Африканың имен тамтамы.

 

Бөтһөн инде ерҙә кеше аулау!

Ерем иртәгәһе теләй, даулай

Тик имен моң, йәшәү нурҙарын.

Тынһын утлы ҡорал сыңғырауы!

Планетала бары яңғыраһын

Һабантуйҙар,

Ураҡ йырҙары;

Ҡурай,

тамтам,

сао моңдары...