Илсегә юҡ үлем…

Илсегә юҡ үлем…

 

Айҙар Тойғоновтың[1] яҡты иҫтәлегенә

 

Нисәмә көн киҫкен елдәр иҫә

Алыҫ-алыҫ диңгеҙ яғынан,

Ирәндектә хатта ҡарт имәндәр

Бөгөлөп төшкән ауыр ҡайғынан.

 

Ҡурғаш кеүек ҡара болоттарҙан

Туйраларҙың йәне йәнселә…

Әллә ниңә улдар күкрәгенә

Диңгеҙ еле ҡаты сәнселә.

 

Айҙар  туған! Утыҙ ғына йәштә

Утлы заман йөгөн йөкмәнең,

Илдәр араһында именлеккә

Йәшлек дәртең ектең, өркмәнең.

 

Һыу шикелле эстең ғәрәп телен,

Башҡорт телен илттең ғәрәпкә.

Тылмаслыҡты асҡыс итеп алғас,

Ҡалғайны бит күптәр ғәжәпкә.

 

Илселектә һин иң йәше инең –

Кәрим Хәкимовтың вариҫы.

Йәмәндәрҙән ҡайтты яман хәбәр,

Атаң-әсәң ҡалды зар кисеп.

 

Тарих менән Заман алышында

Күңелең булды бөтөн, бүлемһеҙ.

“Илсегә юҡ үлем” – хаҡ һүҙ йәшәй,

Һин үлемһеҙ, Айҙар, үлемһеҙ!..

 

5.10.2012

 

[1] Рәсәйҙең Йәмән Республикаһындағы илселегенең III секретары һәм матбуғат атташеһы А.Р.Тойғонов һәләк булды.