Һөйөү тураһында ҡысҡырмайҙар

Һөйөү тураһында ҡысҡырмайҙар,
Ҡараштарҙан ғына уҡыйҙар,
Уны ебәк ептән туҡымайҙар,
Йөрәк ебе менән туҡыйҙар.

Һөйөү тураһында һөрәнләүҙән
Һөйөү ҡаса ғына йыраҡҡа.
Сәхнәләрҙә шәрә һерәңләүҙән
Хистәр арзаная, йыр аҡһай.

Ысын һөйөү йәшкә ҡарамай ҙа
Фәрештәләй йәшәй йәшерен.
Тәүге һөйөү —
һаҡһыҙ ҡоралайҙай,
Йәш ҡыҙҙарҙа ғына йәш ирен...

Һөйөү тураһында ҡысҡырма һин,
Ҡарашымдан ғына уҡы һин,
Уны ебәк ептән туҡыма һин,
Йөрәк ебе менән туҡы һин...