Һорауҙар

Ниңә урыҫ бында сиркәү һалған?
Ниңә башҡорт мәсет һалмаған?
Ниңә башҡорт бында башын һалған?
Ниңә урыҫ башын һалмаған?

Ниңә урыҫ ерҙе һатып алған?
Ниңә ерен башҡорт һатҡан ул?
Эсмәгәне сәйме, араҡымы?
Шуларҙанмы ләззәт тапҡан ул?

Ерен башҡорт ниңә биләмәгән?
Ниңә урыҫ биләп өлгөргән?
Ниңә урыҫ ергә йәбешеп ятҡан?
Ниңә башҡорт ерен елгәргән?

Ниңә урыҫ бында тоҙ сығарған?
Ниңә башҡорт тоҙҙо тапмаған?
Ниңә урыҫ тоҙҙо ситкә һатҡан?
Ниңә башҡорт тоҙон һатмаған?

Ниңә урыҫ шулай суҡынған ул?
Ниңә башҡорт суҡынмаған ул?
Ниңә урыҫ ерҙә соҡонған ул?
Ниңә башҡорт соҡонмаған ул?

Береһе уның шундай аҡыллымы?
Икенсеһе әллә аңҡаумы?
Береһе уның шундай таҫыллымы?
Икенсеһе үжәт, ялҡаумы?

Ниңә башҡорт йомарт, киң күңелле?
Ниңә ундай түгел бүтәндәр?
Ниңә миңә тынғы бирмәй тарих?
Ниңә һорау яуа үткәндән?..

Уҫылы (Усольск), 2000.