Әхмәтзәки Вәлиди Туғанға

Йырлайҙарҙыр, ахыры, һине иҫләп:
«...Урал тауын буйлап, көн битләп;
Тыуған илкәйемә ҡайтыр инем,
Аяҡтарым талһа, имгәкләп...»

Ҡайттың бына
тыуған илкәйеңә...
Шул уҡ һыуың,
шул уҡ күгеңме?
Урмандарың, Урал тауың шулмы?
Башҡорт халҡың — шул уҡ түгелме?

Ҡайттың илгә.
Һағынып, зарығып ҡайттың.
Ҡайтыуҙың да була төрлөһө.
Бәйгеләрҙән,
яуҙан ҡайтҡанда ла
Ат яҡшыһы аумаҫ һөрлөгөп...

Һинең ҡайтыу
Күпме ҡоҙғондарҙы
Ағас баштарынан ҡуҙғатыр!
Бөлгән,
Яҙмышына күнгән башҡортоңдо
Йоҡоһонан, бәлки, уятыр.

Асыҡланыҡ һуңлап:
Дуҫлыҡтарҙың
Тиң булғанда ғына йәшәрен,
Халыҡ-ара туғанлыҡтың да
Саф
Миллилекһеҙ бер саҡ сәсәрен!

Халҡың өсөн йәнең фиҙа ҡылған,
Ғүмерең аямаған ҡаһарман,
Үҙ ереңдә ирек менән бергә
Хөкөм көттө бер үк ҡатарҙан...

Ватып сиктәр, биктәр,
тыйыуҙарҙы
Ҡайттың Тыуған илгә әйләнеп.
Күпме дәүер көттөк
Йәшәүҙәрҙе
Йөрәктәргә йөрәк бәйләнеп!

Юҡ, һин генә түгел —
Ҡайтҡан, Туған,
Беҙ ҙә һиңә ҡайттыҡ,
Вәлиди!—
Ҡайттыҡ шундай көнгә:
Һәр ҡарашты,
Һәр ҡарышты
Өр-яңынан ҡарап хәл итер!..

Көтөлмәгән серле кометалай,
Кешелектең зиһен-аңына
Ярып килеп индең,
Үлемһеҙ йән, —
Йөҙ йәшеңдә тыуҙың яңынан.

Ысын ирек,
ысын яңырыуға,
Рухи азатлыҡҡа мәл етте!
Ҡайтыуҙарың менән,
Оло Туған,
Ҡайтыуҙарың менән,
Вәлиди!

1990, 18 декабрь