Әхмәт Ибн-Фаҙлан

Башҡорттарға ғәрәп дин таратҡан,
Мосолманлыҡ сәскән халыҡҡа.
«Күп хоҙайлыҡ» бөткән,
Башҡорт шунан
Бер аллаға ғына табынған.

Көнлө, ерле, телле азат халыҡ
Дин алдында инде һыҙланған...
Илсегә юҡ үлем,
Имен киткән
Үҙ бурысын үтәп Фаҙлан да.

Һәм яҙған да:
«...башҡорт — ҡырағай, йыртҡыс,
башын киҫә ситтән килгәндең...»
Ҡырылһа ла кәйеф,
Был ғәйептән
Аңлап була аҫтан көлгәнде.

Өркөтмәк ул шулай бүтәндәрҙе:
Башҡалар был юлдан бармаһын,
Ә хикмәте: кафыр йәки будда
Башҡорттарҙы арбап алмаһын...

Яуҙар килгән,
Сапҡан күпме баҫҡаҡ,
Ә Уралдан башҡорт биҙҙеме?
Тарихтан беҙ баш тартмайбыҙ,
Унда
Ҡанлы шәүлә түгел беҙҙеке!..

Бысаҡ аҫҡан, уҡ атҡан һәр әҙәм
Ҡырағаймы — тәнде ҡом итер?
Әммә яугирлыҡтан хәтәрерәк —
Табындырыу, йәнде ҡол итеү!..

Фаҙлан киткән...
Башҡорт Уралында
Тороп ҡалған — донъя көтәһе.
Алда булған күпме ут йотаһы.
Сират күперҙәрен үтәһе...

Нахаҡ ауған күпме ҡорбан ҡаны
Тарих ҡаҙанынан ташамы? —
Хас дошмандар
Ерҙән бөтөрөргә
Аҙмы башҡорт башын ашаны?!

Соймоновтар, ҡанһыҙ Тәфтиләүҙәр
Ҡанда йөҙҙө, илде ҡол итеп,
Бет урынына һытты әҙәмдәрҙе,
Ауыл-ауыл үртәп, көл итте...

Яугир, сабыр халҡым...
Яҙмышыңдан
Уйға ҡалам ҡайсаҡ туҡталып:
Фаҙлан яҙған «башкиҫәр башҡорттар»
Үҙе күберәк бөлгән туҡмалып...

Юҡ, зар түгел.
Ҡон теләү ҙә түгел.
Илсе килер, китер, —
Ер ҡалыр.
Халыҡ ҡалыр,
Аҡ өмөтө ҡалыр.
Тарихтарҙан һағыш-йыр ҡалыр...

Үҙ балаһы инек тәбиғәттең,
Замандарҙың — үгәй балаһы.
Инде алда ни күрһәк тә,
Халҡым,
Һин үҙең бул йәнең аллаһы!..

...Башҡорт тураһында
Тәүге һүҙҙе
Яҙған Фаҙлан тарих битенә...
Сал быуаттар була сайҡалғандай,
Саҡ торғанда упҡын ситендә...