Хистәр донъяһы

Ярһыу яҙҙы инде эҙләмәйем,
Ярһыу яҙҙан инде төңөлдөм,
Һауалағы торна эләгер тип,
Алдарғамы һаман күңелде?

Күңелдәрҙең сарсап осрашыуы
Шашҡын хистәр генә булғандыр, —
Ҡапыл Ер менән Күк ҡауышыуы
Ташҡын яһай, донъя ҡуптарып…

Күкрәр күктәр инде күкрәп уҙҙы,
Ташыр ташҡын ҡайтты ярына,
Ымһынмайым бүтән ярһыу яҙға,
Буш хыялдан тамам арыным.

Ышанам мин ҡырыҫ тәбиғәттең
Сәпсенмәгән сабыр холҡона,
Яҙ ярһыуы, наҙы нәжәғәйҙең
Ҡалһын хыялыйҙар халҡына.

Иртә ҡырау һуҡҡан гөлдәремдең
Сәскәләре, әйҙә, атмаһын,
Кәрәклеге бөткән йөрәгемде
Мәңге туңлыҡ боҙо ҡаплаһын…

Хистәр!..
Ҡапыл аңлап булмай торған
Серле, тылсым донъя ишелер, —
Ана минең менән бәхәсләшер
Тауыш килә өҫкә ишелеп:

“Ерҙең мәңге туңлыҡ аҫтында ла
Урғып яныр аҫау уты бар,
Ағасынан төшкән алманың да
Үҙ орлоғон һаҡлар һуты бар…

Тыуыр йылдарҙың бер фәрештәһе
Йөрәгеңдең боҙон иретер—
Эҙләп табып алыҫ ғәрештәге
Ҡошҡайыңдың моңон терелтер…

Ҡошоң һайрар һөйгән ҡыуағында,
Ишетмәҫһең уны һин генә.
Ә табылыр хискә һыуһағандар,
Һағышыңды һинең тиңһенгән…”

…Яҙғы ташҡын ярһый ине тулап,

Бөгөн күрәм - ҡайтҡан ярына,
Буш хыялдар,
Аҡ күперек булып,
Аяғыма килеп һарыла…