Һарай Бабай

Эҙләйем мин һине, Һарай Бабай,
Эҙләйем гел өнөм-төшөмдә.
«Эҙләһәң дә ҡуҙғатмасы, тиһең,
Мин ятайым Һөйәнтүз түшендә».

Һарай Бабай! Эҙләп таптым һине,
Өҫтөңдә таш мүккә төрөнгән.
Һөйәнтүздә һәләк булған йәндәр
Хәтерҙәрҙең бөгөн түрендә.

Һөйәнтүздә һәләк булғандарҙың
Изге исемдәрен
Бетеү итеп түшкә тағаһы.
Ағас янған — тамыры ҡоромаған,
Үҫә, тере ырыу ағасы.

Һарай Бабай, нәҫелең ҡоромаған:
Уландарың Асрар, Әғләмдән
Солтанбәковтарҙың нәҫел ебе
Һинең шәжәрәңде ялғаған.

Һөйәнтүз фажиғәһен иҫкәрткәндәй
Сарыс һыуҙың һөҙәк ярында
Ҡәберең
Уяу яугир кеүек ҡалҡып баҫа
Килгән барлыҡ ғәмдең алдына.

Кемдәр килә бында, Һарай Бабай? —
Кемгә ғәзиз шәмдәй ғүмерең,
Йылдар һүнгәндә лә
Кем йәнендә
Һүнмәй көйрәй Һөйәнтүз күмере.

2006.