Һамар ауылдары

I

 

Уҙғанымда Ырғыҙ буйҙарынан

Ҡаршыланы моңһоу ауылдар.

Һәр береһе – йәрәхәтле яугир,

Сыҡҡан кеүек утлы дауылдан.

Барлағанда хәтер ыҙандарын

Алға баҫа батыр һындары,

Эҙҙәремә ҡыҙыл ысыҡ һирпеп,

Бөркә улар ҡайнар тындарын.

 

Һаман төтәй әллә

Башҡорт ере,

Ҡурғандарҙа баҙлай маяҡтар.

Ҡәүемдәрҙе үлән урынына

Иҙеп үткән үткер тояҡтар.

Һундар үткән бынан,

Батыйхандар,

Дала ҡаплап, ергә ҡыҙығып.

Яуҙар һүнгән. Баҫҡын баҫылмаған.

Ҡурсалаған илде Ир-ҡыҙы.

 

  • Бөрйән! – тигән һөрән яңғыраһа,

Ырғып торған мәргән Үтәкәй.

  • Ҡыпсаҡ! – Бағауылдар ҡысҡырғанда

Атҡа менгән батыр Имәләй.

 

Кинйәғоло – Бишул ырыуының

Нисә быуын булған ҡор башы.

Моратшаһы, күсеп Ташбулаттан,

Яңы ауыл ҡорған ил башы.

 

Ташкиҫтәне - әүәл замандарҙа

Ташбалталар юнған “оҫта ер”.

Ҡасҡыны ла – тарих:

Баструктарҙан

Йәшеренеп ятҡан аҫыл ир.

 

Хәсән

Ырғыҙ-һыуҙан бүләк алған –

Һәҙиә апайҙы даулы донъяға.

Диңгеҙбайы – Рәшит Ниғмәтигә

Бала саҡта булған моң-даръя...

 

Бөрйән. Ырғыҙ. Ҡасҡын. Диңгеҙбай.

Хәсән. Бишул. Ҡыпсаҡ. Моратша.

Ташбулат...

Йә тағы күпме ауыл

Тарих туҙандарын аҡтарһаҡ?

 

Исемдәрҙә - нағыҙ башҡорт холҡо,

Тәбиғәте, аҫыл булмышы.

Һәр берендә

быуат төпкөлөнән

Ишетәм ҡанбабалар тауышын.

 

Ырғыҙ буйҡайында сал ауылдар

Ергә һеңгән. Бөлгән. Ҡырылған.

Башҡорттарға ҡырғын тейҙе микән?

Туфан һыуы әллә йырылған?..

 

II

 

Әллә ниндәй атамалар менән

Һамар ере бөткән бысранып:

Пьяновка(?),

Дохлов(?),

Рассолов (?)...

Көтмәгәйнем әле юл буйынса

Морец, Гусиха һәм Барсучиха

Ауылдары килеп осрарын.

Бына тағы: Таловая Моча,

Мурзиниха, Муҡшы, Проскурня,

Петрухнов та Пензин,

Гниломедов...

Еҫтәренә түҙсе, сөскөрмә!

 

Был ни хиҡмәт?

Ҡайҙан был ауылдар?

Есеменән сыҡҡан исемдәр!

Шул исемдәрҙеме әйтмәҫ өсөн,

Ташлап ерен, башҡорт күсенгән?

 

Исемдәрҙә - халыҡ характеры,

Милләт моңо, ҡото, ҡеүәте...

Ә бындағы Пьяновка, Дохлов... –

Көҙгөләге заман һүрәте...

Бысратҡандар Ырғыҙ буйҡайҙарын...

Һәр бер хутор – яман сиҡандай,

Үтәм әрнеп шулар эргәһенән,

Йыуындыға сумып сыҡҡандай.

Пьяновка...

Дохлов...

Проскурня...

Таловая Моча...

Гниломед...

 

III

 

Буҙ турғайҙар түгә яҙ моңдарын,

Уяна ер, түгел танырлыҡ.

Ауылдар ҙа көнгә битен аса,

Асылғандай

Арҡайым йә Һынташ, Таналыҡ...

 

Һай, шул үҙебеҙҙең төйәктәрҙең

Исемдәре – оран торғаны!

Күтәрерҙәй бөгөн изге яуға,

Ҡыбырлаһа батыр ҡурғаны:

  • Ҡаранай!

-          Һөйәнтүҙ!

– Сураман!

  • Юрматы!

- Һарайҫа!

– Юламан!

  • Арыҫлан!

– Ҡаҙансы!

– Ҡаһарман!

  • Аҡбулаҡ!

– Ҡарағош!

– Күкҡуян!...

 

“Кешем!

Ерҙең ҡотон ҡайтар!” – тиеп

Әллә Самрау миңә ялбара.

Сәмреғоштоң ҡанат шәүләһендә

Өнһөҙ баға миңә Самара.

 

Йәшә, Самрау!

Һин дә - шул Сәмреғош,

Әлмисаҡтан әҙәм туғаны.

Ил хәтере,

Тере бала кеүек,

Йыһан ҡарынында туланы...

 

2007-2009.

Өфө-Самара-Өфө.