Һалдат гармуны

Һалдат гармунын һатмағыҙ,

Йөрәкте ҡанатмағыҙ...

 

1

 

Насирйән дә яуға китте,

Өйҙә ҡалды гармуны —

Телдән яҙған кеше кеүек

Өҙөлдө дәртле моңо.

 

Насирйән күп уйламаны:

— Донъя байлығымы ни?

Ил яҙмышы ҡыл өҫтөндә,

Гармун ҡайғыһымы ни? —

 

Өс йәшлек улын күтәреп,

Шаяртып әйтте уға:

— Юлай! Һин уйнарға өйрән

Мин һуғыштан ҡайтыуға!..

 

Хат яҙҙы аҙаҡ үкенеп,

Ник алып китмәнем, тип.

Ҡалдыртҡайны шул әсәһе:

Өйҙә төҫөң булыр, тип,

Иҫән йөрөп, һау ҡайтырға

Гел саҡырып торор, тип...

 

Гармун ҡалды бошонғандай,

Өйҙөң түр кәштәһендә,

Көмөш яҙыуы йылтырай

Һаран күҙ йәштәрендәй.

 

Кистәрен Мостафа ағай

Гармунды ҡулға алып,

Кәзәкейе еңе менән

Туҙанын һөртә һалып,

Күректәрен ҡалтыратып,

Планкаһын ялтыратып,

Урамдарҙы яңғыратып,

Өҙҙөрөп уйнағанын,

Өләсәй, күҙе мөлдөрәп,

Шым ғына илағанын,

 Үҙенең дә — бала көйө —

Йөрәге тулағанын, —

Юлай онота алмай...

 

2

 

Йәнә бер йылдан фронтҡа

Китте Мостафа ағай,

Фашист менән алышырға

Бик күп көс кәрәк, буғай.

 

Өй ҙә ҡалды етемһерәп,

Ир заты — яңғыҙ Юлай.

Кәштәлә торған тальянка,

Гүйә, йәлләнес сыңлай:

«Бер кемгә лә юҡ кәрәгем,

Баш тарттылар моңомдан...»

Уйнарға башланы малай

Атаһы гармунында.

 

Дүрт йәшлек был гармунсыны

Бар ауыл килеп тыңлай.

Һалдаткалар ҡайтып китә

«Концерт»тан илай-илай...

 

3

 

Юлайҙарға бер-бер артлы

Тауҙай ҡайғы ишелде:

“Батырҙарса һәләк булды…”

Тигән яҙыуҙар килде.

 

Иҫләй Юлай:

Яҙын ауыл

Еңеүҙе туйлағанын,

Өләсәһе — бер Юлайҙы,

Бер гармунды

Ҡосаҡлап илағанын:

 

— Хәҙер һиңә ҡалды, балам,

Атайыңдың гармуны,

Атайың көйҙәрен уйнап,

Баҫ йөрәктәр ярһыуын...

 

Гармунсы Насирйән улы

Атайһыҙ ҡалған Юлай

Атаһының ҡыуа юлын:

Гармунда оҫта уйнай...

 

4

 

Һуғыш бөттө.

Тик өйҙәргә

Инмәне һаман шатлыҡ:

Баҫып матәм көйҙәренә

Өй берләп йөрөй аслыҡ.

 

Был ҡырғындан еңел түгел

Һаҡлап ҡалыу кешене,

Үлем көтөп ята күптәр

Астан, сирҙән шешенеп.

 

Юлайҙың әсәһе саҡ-саҡ

Таба йәшәү әмәлен,

Ризыҡҡа алмашып бөттө

Өйҙәге бар нәмәне.

 

Гармун ғына тороп ҡалды —

Өйҙөң берҙән-бер ҡото,

Насирйәндең иҫтәлеге,

Юлайҙың күңел ҡошо.

 

Гармун йәл.

Гармун өндәшмәй.

Тик эстән һыҙа кеүек,

«Кәрәк булғас, һатырһың...» — тип,

Шым ғына риза кеүек.

 

Урап уны ашъяулыҡҡа,

Алып китте һатырға,

Бер бот онға алмаштырҙы...

Хәле бөттө ҡайтырға...

 

Һалдат гармуны!

Һалдатса

Булды һуңғы көнөң дә:

Насирйәндең балаларын

Ҡотҡарҙың ас үлемдән...

 

Улының төҫө — гармундан

Айырылыу һағыштары

Ҡапыл өҙҙө өләсәйҙең

Ғүмере ағыштарын...

 

5

 

Аңлай Юлай:

Атаһының

Вариҫы булып ҡалған.

Гармуны ҡалмағанда ла

Моңон үҙенә алған.

 

Аңлай, әммә баҫа алмай

Йөрәгенең ярһыуын,

Баҫалмаҫ та.

Табалмаһа

Атаһының гармунын.

 

Гел сыңлап тора ҡолаҡта

Шул гармун тауыштары,

Саҡырған кеүек өҙөлөп

Атаһы һағыштары.

 

Яҡында ғына ишетә

Бик таныш көйҙө Юлай,

Ул моң көн-төн тынғы бирмәй,

Уны юллай ҙа юллай...

 

6

 

Әле һаман эҙләй улы

Атаһының гармунын.

Унда кемдәр уйнай икән,

Һығып уның бар моңон?..

 

Ауылдарҙа, ҡалаларҙа

Гөрләй тальян байрамы,

Шул тальяндар араһында

Таныш гармун һайраймы?..

 

Һалдат моңо сыңлап китә

Бар донъяны ҡаратып,

Яуҙан ҡайта алмағандың

Йәшәлмәгән ғүмеренең,

Уйналмаған көйҙәренең

Һағыштарын таратып!..

 

Эҙләй Юлай ул гармунды,

Эҙләһен, туҡтатмағыҙ!..

Һалдат гармунын һатмағыҙ,

Йөрәкте ҡанатмағыҙ!..

 

1985 – 1989.