Һағышнамә

Һағышнамә

 

Таң һыҙыла.

Ыласындай

Моң һуҙыла күккә табан;

Оса-оса, ҡайтмай ҡабат,

Сәфәр сыҡҡан юлаусылай:

 

“...Шылтырапҡай аҡҡан ете йылға

Уралҡайҙың һөрөмөн йыуа алмаҫ...”

 

Был серле моң ҡанатлана,

Урман-тауҙа ҡабатлана.

Ҡоштар уны тыңлап ҡала...

Ҡояшты ЙЫР тартып ала,

Толомонан тотоп ҡына.

Алтын уҡтар, оса-ҡуна,

Тауҙар битен һыйпап үтә,

Унан һәр ысыҡҡа күсә.

Иң-иң тәүге нурҙар менән

Йыр үҙ юлын дауам итә:

 

"...Ҡурай ғына моңлап, ҡыҙы йырлап,

Ул ҡайғыны тиҙ ук юя алмаҫ..."

 

Ҡайҙан килә был моңло йыр?

Әллә йырлай мин баҫҡан ер?

 

*

Күрәм шунда:

Аҡ томанда —

Күлдә йөҙгән аҡҡоштарҙай —

Уйпат ерҙә бер өйөр ат,

Ысыҡ ярып, йөрөй утлап.

Ҡарасҡылай тирә-яҡта

Көтөүсеһе тора һаҡта.

Аяҡтарым йөрөк атлай,

Йөрәккәйем тибә дарҫлап,

Әйтерһең дә, менеп атҡа,

Әкиәттән Урал батыр

Минең алға сығып баҫҡан...

 

Кинәт талғын йыр өҙөлдө.

Олпат бер ҡарт — ат өҫтөндә,

Ҡарағусҡыл — сал йөҙө лә

Йырмасланған ер төҫөндә,

Батҡан хәсрәт күҙҙәренә...

Яҡын киләм эргәһенә.

Төшөп шунда эйәренән,

Сабыр ғына көттө мине.

— Хәйерле көн, йырсы бабай!

— Нихәл, улым?! Уңһын юлың!

Торғанһың йоҡоһоҙ ҡоштай,

Сәфәрең оҙонға оҡшай...

 

Ынйы ысыҡ һирпелдереп,

Үләнгә сәкмәнен йәйҙе,

Үҙ янынан урын бирҙе:

— Бер аҙ ултырып кит, әйҙә,

Аяҡтарың да ял итер,

Йонсоуың да бермә бөтөр...

Үләндәрҙең нағышында

Йым-йым килеп ҡояш уйнай,

Күбәләктәр битен йыуа,

Һайрар ҡоштар маҡтап туймай

Бәлләүерҙәй саф иртәне...

 

Ултырабыҙ бабай менән.

Ул төпсөнөп, ил хәлдәрен

Берәм-берәм һорай минән.

Ләкин ҡолағымда сыңлай

Ишетелгән әлеге моң:

— Бабай, әле һеҙ йырлаған

Ниндәй йыр ул?

Кем сығарған?

Тик ниңә һуң ҡартым борсоу?

Күҙҙәре лә ниндәй моңһоу...

 

Ҡояш ҡарыш буйы ҡалҡып,

Туҡтап ҡалды, йөҙө балҡып.

Ҡарт офоҡтан күҙен алмай.

Ҡарашында уйнай ялҡын,

Әйтерһең дә, зәхмәт ҡағып,

Күҙҙәренә һауған ал ҡан.

Көрәктәй аҡ һаҡалына

Йылдар һипкән кипмәҫ ҡырау,

Әллә сихри көс бар унда —

Бармағына осон урай.

 

*

Бар тәбиғәт һип-һил ҡалды,

Һайрар ҡоштар кинәт тынды.

Ер йөрәге типкән кеүек —

Ғүмер һанай яңғыҙ кәкүк.

Бына бәҫле талғын тауыш

Ҡалтыраны тулы һағыш:

— Ниндәй йыр, тиһең?

Хикмәт бит

Ул йырҙа ғына ла түгел,

Беҙ борондан — йырлы халыҡ,

Изге була йырлы күңел.

Кем сығарғанын һораһаң,

Ул тиклемен төпсөнөргә

Кәрәк түҙем, кәрәк белем.

Йыр ул — күңелдең көҙгөһө.

Нимәне күңел үҙ итә,

Шул хаҡта йыр телгә килә,

Бер телдән мең телгә китә.

Йырға торошло халыҡтың

Йырын һаҡлау — аманаттыр,

Йән аҙығы йырҙы юйыу —

Аманатҡа хыянаттыр...

Һин ишеткән йырҙы халыҡ

Иң хәтәр мәлдә сығарған...

Йылдар үткәс,

Йыр ҙа шулай

Әрнер тиеп кем уйлаған?

Ерҙең ауыр яҙмыштарын

Кем көткән дә кем юраған?

Был — йыр түгел,

Ул — ер үкһей...

 

Йырҙың серен тағатырға,

Ҡарттың зарын бушатырға

Бер әмәлен табыр кәрәк.

Ҡаушауымдан ҡалтырайым,

Үҙем эстән ҡабатлайым:

“Һай осрашыу!.. Ни ғәләмәт?

Төшөммө был, өнмө әллә?..

Был — Ил ҡарты!

Был — Ил ҡарты!..”

Йөрәк тибә тулап-ярһып,

Уҡыусылай аҙап ҡалдым,

Ахыр сиктә, тынды тартып,

Йыуатырға итәм ҡартты:

 

— Ҡуй, олатай, көйәләнмә,

Тыныс йәшә, һөйөн генә;

Ана, хатта буҙ турғай ҙа

Именлекте данлай йырҙа,

Һәр ысыҡта ҡояш йөҙә,

Сафлыҡ наҙы күңелде өҙә...

Бөтә ерҙә йәшәү һулай...

Әйт, олатай, ниңә улай

Ҡарт көнөңдә һағыш баҫты,

Вайымдарың баштан ашты?..

 

Минең “шына” йоҡа булды,

Бабай көлөп кенә ҡуйҙы.

Көрһөндө лә тәрән итеп

Ипле генә һөйләп китте:

— “Һәр ысыҡта ҡояш йөҙә,

Сафлыҡ наҙы күңелде өҙә...”

Телең былай сарлы икән дә,

Тик урыны бында түгел.

Кисер мине, бер ҡартласты,

Яҙыҡ булһа әйткән һүҙем.

Был донъяла мин — бик күптән,

Тамырҙарым тәрән үҫкән.

Төйәгемдә тереккәнмен,

Уралыма ереккәнмен.

Татыным мин барыһын да:

Шатлығын да, ҡайғыһын да.

Тормошта бар тартыр йөгөм,

Кешеләргә — асыҡ йөҙөм,

Көҙгө кеүек ике күҙем,

Тел осонда әйтер һүҙем....

Иртә яҙҙан көҙгә тиклем

Урман-тауҙы йәйләп гиҙәм,

Йылдың-йылы йылҡы көтәм,

Кәсебем юҡ минең бүтән.

Тау-таш, ҡырға күнегелгән,

Мал-тыуарға өйрәнелгән.

Йылҡылар менән һөйләшәм,

Кейектәргә лә өндәшәм,

Йәштәргә генә тимәгән —

Йондоҙҙар менән серләшәм;

Ҡурай менән уй бүлешәм,

Ҡайындар менән күрешәм...

Төн йөҙөнән ҡурҡмаһам да,

Тыуыр таңды һағынып көтәм,

Тәүге ҡояш нурҙарына

Йырҙарымды бүләк итәм,

Күңелемде еңеләйтәм.

Байтаҡтаңғы ҡарт булһам да,

Көн дә яңынан тыуғандай,—

Донъялағы хәтәр хәлдәр

Алҡымдан алып ҡуйғандай.

Һәр нәмәгә лә мин шаһит,

Әллә теләп, әллә юрый,

Хәбәрсем бар — радиоалғыс,—

Эйәрҙә элеүле йөрөй.

Бөгөн бер мин генәме ни,

Уйлап, уйҙарҙан уйылған,

Еребеҙҙең яҙмышы бит

Ҡылыс йөҙөнә ҡуйылған...

Шунан нисек һағыш быумаҫ,

Ҡайғыларың баштан ашмаҫ...

Бөтә илде, йәшен-ҡартын

Зар илатты үткән бола,

Күпме күҙ-йәш, ҡан түгелде —

Шуны нисек оноторға?!.

 

*

Мин үҫтерҙем ете улан,

Бермен тигән егет-елән:

Йән иретер изгелектә,

Күҙ эйәрмәҫ егәрлектә,

Таң ҡалмалы матурлыҡта,

Баш эйәрлек батырлыҡта,

Һоҡланырлыҡ тоғролоҡта,

Үрнәк булыр маһирлыҡта,

Һүҙ теймәҫлек татыулыҡта

Йәшәнеләр —

Йәшәп туймай,

Улар данын ил онотмай...

 

Өлкән улым, уң ҡулым —

Игелекле Иҙелем —

Илдә булды бер оҫта,

Һабан ҡойҙо ҡоростан.

Ер ҡыртышын аҡтарып,

Һабан һөрҙө Һаҡмарым.

Ай-урағын ялтлатып,

Ураҡ урҙы Яйығым.

Ҡаһарман ир — Ҡариҙел,

Баҫһа-һуҡһа таш иҙер,

Урман-тауға баш ине.

Шөһрәтле ине Йүрүҙән

Кейек аулап йөрөүҙән.

Йылҡы йәнле Әйгенәм

Ал бирмәне бәйгелә.

Кинйә улым — Димгенәм,

Аш-һыуыма тәм биргән,

Табыныма йәм өргән,

Моңло ҡошҡа тиңгенәм...

Дошман илгә баҫып ингәс,

Оло Ватан оран һалғас,

Ете улым ете яҡтан

Һурылып сығып, китте яуға.

Йәнен-тәнен һис аямай,

Алыштылар арыҫландай.

Тик бер мәлде, ил өҫтөндә

Яу туҡтауы тураһында

Изге хәбәр таралғанда,

Етеһенән ете көндә

Шомло хәбәр килде төндәй...

Һөйөп баҡҡан уландарым,

Һөлөк кеүек ир-егеттәр,

Арыҫландай батырҙарым,—

Оҙаҡ көттөм ҡайтыуҙарын.

Берәү түгел — улар етәү!

Береһе ауһа — береһе терәү.

Ил өҫтөнә килгән ҡаза

Һәр бер йортҡа — уртаҡ ҡайғы,

Ғәҙеллек булырға тейеш,—

Етәүҙән берәүһе ҡайтыр...

Тыуған илде һаҡланылар,

Биргән антты аҡланылар,

Яу баҫылды — ҡайтманылар,

Ҡайтып ишек ҡаҡманылар...

 

Илбаҫарҙың йәнен йәнсеп,

Ете улым ауған мәлдә,

Ер күкрәге уйылған да,

Ете шишмә аҡҡан берҙәй.

Шишмәләрҙең сафлығынан

Тере донъя рәхәт тойған,

Йотағандар — ҡаныҡҡандар,

Сарсағандар — дымға туйған.

Ерҙә тағы хаким иткән

Салғы сыңы, иген шауы...

Ә шишмәләр, ер бауырлап,

Аҡҡандар күҙ йәше шайы...

 

*

 

— Һәр бала бит — бәғер ите,

Йөрәктәге ауыр үтә;

Аяҡтарҙан йығыр өсөн

Был ҡайғының береһе етә.

Бөркөттәрем яуҙа үлеп,

Ҡанаттарым һынғанда ла,

Ете ерҙән яра телеп,

Йөрәгем ҡан һауғанда ла,

Яҡты көндән төңөлмәнем;

Иле ныҡтың — биле ныҡ, ти,

Имән ише — бөгөлмәнем.

Уландарым төҫө булып,

Үҫеп етте ейәндәрем;

Улар — илдең таянысы,

Уларҙа — бар йыуанысым.

Мин асмаған ҡапҡаларҙы

Ейәндәрем асҡанғамы,

Ғүмеркәйҙәр үткән һайын,

Үкенестәр артҡанғамы,

Тоям ерҙе яҡыныраҡ,

Уралымды — төйәгемде

Һөйәм һаман ялҡынлыраҡ.

Таң моронлай башлаһа ла,

Ерҙе эңер ҡаплаһа ла,

Бураҙнала орлоҡ кеүек,

Күктә йондоҙ баҙраһа ла,

Ергә көмөш тир түгелеп,

Алтын иген игелһә лә,

Ҡыштан урман уянһа ла,

Яҙын һыуҙар шаулаһа ла,

Сал ҡылғандар һыҙланһа ла,

Ҡырлы ҡурай моңланһа ла,

Эттәр шомло олоһа ла,

Әрнеп сабый илаһа ла... —

Бар нәмәлә, һәр бер эштә

Уландарым иҫкә төшә,

Йөрәгемде һағыш өтә.

Улар рухын ишетәмен,

Йәндәремде өшөтәмен...

 

*

Бабай йәнә шымып ҡала.

Тирә-яҡҡа ҡарап алам:

Йәйге иртә хозур ҡалай!

Һоҡланыуҙан өнһөҙ ҡалам.

Алтын табаҡ — Ҡояш — түбән,

Бер ынтылһаң — ҡулың тейә,

Тот та хазиналарын тир,

Ынйы-нурға ҡойонор ер...

Хыялдарҙа уйым йөҙә,

Ҡарт тауышы уны өҙә:

— Теләгең булһа, тыңла, улым,

Ниәтем бер, һүҙем туры.

Минең хаҡта

“Был ниндәй бер

Әкиәт ҡарты?”-  тип һорарһың,

“Ниңә өйҙә генә ятмай,

Ил ҡыҙыра?” - тип уйларһың.

Айҙар буйы ҡырҙа йөрөп,

Кешеләрҙе һағынылған,

Уйҙар менән яңғыҙ ҡалып,

Һөйләшеүгә зарығылған.

Тәбиғәткә, еребеҙгә

Һоҡланыуҙан туҡтап булмай,

Уның бөйөк йәшәү серен

Өйрәнеүҙән күңел туймай.

Күпме йәшәһәм дә,

Ерҙән

Айырылаһылар килмәй.

Аяныс хәл:

Әҙәмдәр бар —

Йәшәү матурлығын һиҙмәй.

Ил тотҡаһы уландарға,

Бала әсәһе ҡатындарға

Йәнә әйтер шул һүҙем бар:

Хәмер тейәп алалар ҙа

Сиктән сыҡҡансы аҙалар.

Ниңә бәндә, үҙе теләп,

Аҡылын эсеп ҡоторалыр,

Үҙ ырыуы ағасының

Тамырҙарын ҡороталыр?..

Йорт-ере байығанғамы,

Әҙәплек һайыға бара?

Кеҫә ҡалынайғанғамы,

Күңел төбө таҡырая?..

Ошоларға бәйле микән,

Әллә замандар шауҡымы,

Уландарымдың күҙ йәше —

Йәшәү ҡото — Йылғаларым

Хәүеф һалып, йылдан йылға

Күҙ алдында һайығалар.

Балыҡтарҙы тонсоҡтороп,

Һыуҙа нефть-мазут аға,

Ярҙан ярға һалдар аға,

Яраланған һалдат һымаҡ,

Бүрәнәләр батып ҡала...

Заводтарҙан ҡалдыҡ аға,

Фермаларҙан тиҙәк һарҡа,

Йылға бысрай, эй ҡыйлана,

Һыуын әсергә ҡыйма ла.

Урман яҡын — утын әҙер,

Ярҙар яп-яланғас хәҙер.

Ҡоҙоҡтарҙан һыуҙар китә,

Йылға башы — һаҙлыҡ кибә...

Был килешкән эшме, улым,

Ниңә кеше күрмәй уны?

Беҙҙән башҡа берәүгә лә

Кәрәкмәйме ата ере?..

Беҙҙән һуң да мәңге-мәңге

Сәскә атһын киң далалар,

Тыуһын яңы шат балалар

Һәр бер өйҙә итәк тулып,

Туғандаш, ерҙәштәр булып...

Бына, улым, ошо хаҡта

Һин ишеткән һағышнамә.

Йәне әрнеп һыҙлағанда,

Уны халыҡ, ил сығарған,

Минән борон аҡһаҡалдар,

Сәсәндәр һәм йыраусылар

Миңә килтереп туғарған.

Улар аманатын үтәп,

Ил ҡыҙырып йөрөйөм дә,

Барын төйнәп йөрәгемә.

Ҡояш нуры менән йырым

Үтһен ине бөтә ергә,

Кешеләрҙең күңеленә.

Кәрәк түгел шунан башҡа

Миңә бүтән бер нәмә лә...

Йыр ул — сапҡын киләсәккә,

Мәңге тынмай еләсәктә.

Йырҙы миңә тауҙар өзләй,

Дала еле килеп һөйләй,

Ҡырлы ҡурай көйөн көйләй,

Һандуғастар моңон наҙлай,

Бөркөт саңҡыуы дәрт өҫтәй...

Улым, барҙыр шатлығыңдан

Кинәнеп бер йырлағаның,

Йә һағыштан күңелең тулып,

Онотолоп илағаның.

Батшалар ҙа йыр алдында

Тажын һалмай ғына көтә.

Аҡһаҡал да йыр ҡаршында

Башын кеселекле эйә.

Ҡылыс йөҙө башты киҫә,

Тик киҫә алмай Йәшәү йырын;

Китапты ут һәләк итә,

Юҡ итә алмай Кеше йырын.

Йырлыларҙың рухы менән

Бер нәмә лә һынаша алмай:

Йыр ғүмерле бар нәмәнән,

Уны ваҡыт еңә алмай...

Йырлы кеше — нурлы кеше,

моңло кеше,

ғәмле кеше;

Йырлыларҙың — уйы изге,

өйө йәмле,

эше сәмле...

 

*

Бабай йәнә тынып ҡалды,

Гүйә, донъя киң тын алды.

Тәлгәштәрен нурҙа йыуып,

Ҡайындар шат торҙо көлөп,

Ҡыуаҡтарҙа сут-сут һайрап,

Ҡоштар йыр бәйгеһе асҡан;

Мөлдөрәмә нур сайпылтып,

Ҡояш үргә күтәрелә,

Уйһыуҙарҙан томан китә,

Үләндәрҙә ысыҡ кибә...

Шул саҡ күрәм:

Беҙгә табан

Һыбайлылар елә яман! —

Таптыр-топтор тояҡтары,

Ялт-йолт ялпый ут-ялдары.

“Һайт!” та “һойт!” тип,

Үҙән ярып,

Тирә-йүнде ҡалтыратып,

Эй осалар!.. Һай сапсандар!

Салғыйына ут ҡапҡандай,

Ат ялына ятҡандар ҙа

Ҡыуышалар кем уҙарҙан...

— Ана, улым, йәйге йорттан

Ҡайта минең бүләләрем,

Күр Салауат тоҡомдарын.

Ҡара нисек елгәндәрен!

Улар менән бергә булһам,

Йәш сағымды иҫкә алам...

Ҡайғыларым таралғандай,

Йәнә өмөт яралғандай,

Ғәҙеллектәр еңер һымаҡ,

Яуызлыҡтар дүнер һымаҡ;

Кеше шөғөлләнер һымаҡ

Имен генә кәсеп менән...

Боронғонан ҡалған шундай йола:

Атта тәпәй баҫһын ир бала,

Аттан ҡолап, аунап үҫкән ерҙән

Рухына ул ғәйрәт, дәрт ала.

Уңмаҫ улан, әгәр ун йәш тулғас,

Иле ҡул аҫтына инмәһә,

Батыр булмаҫ, ун етеһе еткәс,

Ир намыҫын йәндәй күрмәһә...

 

Бына ҡарттың бүләләре

Елеп үтте толпарҙарҙа...

Әллә ысыҡ, әллә осҡон

Һирпелде тос тояҡтарҙан...

Бына, исмаһам, егеттәр! —

Ҡарт Уралда йәш бөркөттәр!

Беләктәргә көс тулышҡан,

Дәрт урғыла һәр һулышта...

Яҙыҡмы ни, әгәр егетлекте

Салауатҡа тиңләп үлсәһәк?

Заманалар торған алышынып,

Ә Салауат илдә үлмәгән:

Ҡабатлана ул һәр йәш быуында,

Салауаттың сәме һүнмәгән!..

 

*

Ваҡыт уҙған байтаҡ алға.

Ҡарт атланды күк байталға.

— Хуш бул, улым! Уңһын юлың!

Юлсы кеше юлда булһын,

Мин ҡыуайым йылҡыларҙы.

Ямантауҙың аръяғында,

Егәлгә һыуы буйында,

Йәйләү булыр. Килендәрем

Көтә иртәнге һауынға...

 

Ҡапыл моңһоу булып китте

Айырылышыу бабай менән.

Алыҫлашты, ингән кеүек

Мәңгелектең биләменә.

— Изге теләктәрең өсөн,

Йырың өсөн, бабай, рәхмәт!..

Минең һүҙҙе ишетепме,

Әйләнеп ул бер ҡараны,

Саҡырыпмы, хушлашыпмы,

Һуңғы тапҡыр ҡул болғаны...

Һәм юғалды.

Күңелемдә

Һағыштары — йыры ҡалды.

Ғүмер буйы эҙәрлекләр,

Арынмаҫлыҡ уйға һалды...

 

Ҡояш нуры таралғандай,

Күктә болот ағылғандай,

Тереклек йәшәү даулағандай,

Ҡырҙа башаҡ шаулағандай,

Көмөш шишмә сыңлағандай,

Ҡыңғырауҙар зыңлағандай,

Тынлы ҡурай моңланғандай,

Зарлы әсә сеңләгәндәй... —

Ҡарттың йыры яңғырай һаман,

Бар донъямды биләй тамам...

 

Көтмәгәндә тирә-яҡта

Шомло шырлыҡ хасил булды,

Асылымдан айырырға

Ят тауыштар йәнгә тулды.

Бар зиһендәремде туплап,

Таныш йырға ҡолаҡ һалам,

Кәпәс ҙурлыҡ зәңгәр күктән

Нескә моңдо шәйләп алам!

Әллә ул йыр ергә һеңә —

Таныш тауыш һүнеп бара,

Ҡояш иһә үргә үрләй,

Ә йыр байый — үлеп бара!..

— Ҡайҙа илдең йырауҙары?

Ниңә шымған ҡурайҙары?

Ниңә әле тын ҡалғандар

Уяу борғо-һорнайҙары?

Ваҡыт үтә — Ҡояш көтмәй,

Юлы оҙон — бер йыр етмәй!..

Түҙем бөткәс, һөрәнләнем

Тирә-яҡты яңғыратып:

— А-һа-һа-һа-ааа-ййй!

Урман-тауҙар яуапланы:

— Иҫәпләмә һаңғырау тип!

Беҙ бит һине ишетәбеҙ,

Күңелдәрең йырлы булһа,

Беҙ һине лә иш итәбеҙ!.. —

Инде Машаҡтауҙы ашҡан,

Минән байтаҡ алыҫлашҡан

Урал ҡарты һыҙған йырҙы

Ҡеүәтләйем аманаттай,

Ҡабатлайым оран-анттай...

 

*

Ул йыр, гүйә, ҡанатлы ҡош,

Офоҡтарға аша тотош,

Зәңгәр күккә үрләй, унан

Йондоҙҙарға барып ҡуна.

Тирә-яҡҡа күҙ һалғайным,

Йәйрәп китте сикһеҙ киңлек,

Ахырыһы, мин Уралымдың

Түбәһенә баҫтым менеп.

Күгәреп ятҡан күк Уралдың

Армыт-армыт тармаҡтары

Ҡумыҙ сиртеп, ҡурай тартып,

Шатлығынан таҡмаҡланы...

Ошо гүзәллек хаҡында

Бөтә ергә нур таралды...

— Йырҙың Бөйөк Сере һеҙҙә!.. — 

Миндә лә ул моң яралды...

 

Был йырҙы алды күтәреп

Һәм ҡушылдылар бөтәһе:

Инйәр буйы аусылары,

Яйыҡ, Сибай таусылары,

Эйек буйы малсылары,

Нөгөштөң балыҡсылары,

Үр Иҙел тимерселәре,

Туймазы нефтселәре,

Сөн буйы игенселәре,

Юшатыр күмерселәре,

Стәрле төҙөүселәре,

Баш ҡала биҙәүселәре...

Был йырға баҫты шыршылар,

Гимн тыңлаған кешеләй,

Шым ғына аҡты шаршылар,

Бала бәүеткән әсәләй.

Баш һелкеп ҡеүәтләнеләр

Туҡ башаҡтар, качалкалар...

Был йырҙан торҙо һиҫкәнеп

Музейҙарҙа тачанкалар...

Был йыр-моң бесәнселәрҙең

Салғыһында ҡабатланды,

Күк көмбәҙен ярып үткән

Лайнерҙарҙа ҡанатланды;

Күк тетрәүе ергә күсеп,

Урман-тауҙы ҡалтыратты,

Хафаға төшөп кейектәр,

Хәтһеҙ сабып, ҡан таратты.

Тамыр йәйеп ҡарт Уралға,

Таҡыя баш ҡурай үҫте,

Уның нур-һабағы буйлап,

Мөлдөрәгән күҙ йәшендәй,

Нағыш уты тәгәрәп төштө,

Бар тирә-яҡ сыңлап китте..

 

*

Аяҙ күктә хәс бер нөктә —

Һабан турғай бөтөрөнә:

Һайрай азат иркенлектә,

Данлап ерҙә именлекте.

Ниндәй шат моң! Шул ҡошсоҡ та

Иректе, тим, тоя белә!

Кескәй генә йөрәгенән

Күпме сафлыҡ, наҙ түгелә,

Моңло сазын беҙгә бүлә,

Гүйә, изге, яҡты хистәр

Бар Ер шарын ала биләп...

1980—1984