Һағыш уты

Асҡын районы башҡорттары  ҡоролтайы

рәйесе Фиғәт Фауат улы Карамовтың

яҡты иҫтәлегенә

 

“Йырла әле, туған, “Тәфтиләү”ҙе -

Тип һораның Сарыс буйында,

Солтанбәктә...

Әммә йыр тыуманы -

Бүтән хәстәр ине уйымда.

 

Бүтән хәстәр...

Хәстәрҙән дә хәтәр...

Хәсрәт ҡайнай ине Сарыста.

Ил аһ-зары, ҡалҡып сал тулҡындай,

Күңелдәргә килеп һарышҡан.

 

Һөйәнтүздән килгән орандарҙы

Ишеттеме әллә Ирәмәл,

Ҡаяларым кинәт ҡалҡан аҫты,

Тауҙар тороп баҫты тирәләп...

 

Ҡуҙҙай ҡыҙҙы йәнең

Үртәгәнгә

Тәфтиләүҙәр бөтә ауылды!

Шул уттанмы сыҡтың һин үҙең дә -

Күҙҙәреңдә һыҙлай дауылы.

 

Күҙ алдында һаман:

Халыҡ тулы

Бикле һарай яна...

Бөгөн дә

Осҡондары уның ут ҡабыҙа

Һәр башҡорттоң күңел күгендә.

 

“Йырла әле, туған, “Тәфтиләүҙе!..” –

Тинең дә бит...

Дуҫҡай, көтмәнең!

 

Һағыш уты өтә йөрәктәрҙе,

Сарыс һыуы ҡайнап китмәле...

 

Йырланымы күңелең,

Иланымы...

Һиҙмәгәнһең - әжәл ау ҡорған...

Фажиғәнән иңрәй күктәребеҙ,

Һөйәнтүздә сеңләй тау-урман...

 

2007.