Фәрештәләр

Яурындарҙа ике фәрештәм бар,
Ике яҡтан ипле күҙәтә.
Уңдағыһы күрһә гел яҡшыны,
Һулдағыһы хөрткә һөсләтә.

Уңдағыһы, тороп иртә таңдан,
Тыңғы тапмай оса талпынып,
Йылы һүҙем, изгелегем аша
Йөрәгемә өҫтәй ялҡынын.

Һулдағыһы һәр бер яҙығымды
Теркәп бара ҡара дәфтәргә.
Шул яҙыҡтар, донъя урап ҡайтып,
Көлгә әйләнеп, ҡуна сәстәргә…

Фәрештәләрҙә лә юҡ татыулыҡ,
Китәләр ҡай саҡта талашып.
Өндәшмәйем – улар фәрештәләр!
Тәбиғәттең мәңге алышы.

Йәшәгеҙ һеҙ минең менән бергә,
Үҙем белгән ике фәрештәм, -
Хисап алыр һаҡсыларым минең
Үлгәндә лә бөтмәҫ һәр эштән.

***
Ҡасып-боҫоп йәшәмә һин,
Йәшенмә, сыҡ асыҡҡа.
Яҡшылығың менән ашыҡ,
Яуызлыҡҡа ашыҡма.

Яуызлыҡтар ҡылыныусан
Яңғыҙ булғанда ғына,
Мир алдында боҙоҡлоҡҡа
Һәр кем баралмай - һына.

Асыҡ йәшә. Асһаң ишек,
Һорама сауаптарын.
Ерҙән булмаһа, асмандан
Яуыр бер яуаптары.