Фатиха һүҙе

Тантаналы мәлдә ҡулға алдым
Мөлдөрәмә ҡымыҙ туҫтағын,
Туйығыҙҙа изге уйҙарымды
Әйтәм һеҙгә, йәп-йәш дуҫтарым!

Үҙе бәхет— тормош юлдарында
Йән яратҡан йәрҙе тап итеү.
Бер-береңдең бағып күҙҙәренә,
Ҡулды ҡулға ҡуйып юл үтеү.

Оло шатлыҡ ата-әсәгеҙгә
Ғәзиз балалары туйында,
Сөнки һаман да һеҙ сабый кеүек
Ҡалаһығыҙ улар уйында.

Һеҙҙең өсөн улар ут йоталар,
Ташланалар хатта һыуҙарға...
Ғүмер буйы иң ҙур рәхмәтегеҙ
Әйтелергә тейеш уларға.

Илгә ырыҫ — һөйөү яланында
Үҫеп сыҡты яңы ғаилә.
Бындай хөрмәт, бындай рәхәтлекте
Табырһығыҙ тағы ҡай илдә?!

Ошо туҫтаҡ кеүек тулы булһа,
Тормош йөгө булмаҫ еңелдән,
Ошо ҡымыҙ кеүек, саф, ҡеүәтле,
Хыянатһыҙ булһын күңелдәр!

Хәсрәттәрҙе уртаҡ кисерегеҙ,
Бергә янып һөйөү утында...
Шунда ғына
Һөйөүегеҙ хаҡы
Ҡиммәт булыр барлыҡ алтындан!