Эҙләйем

Һине инде эҙләмәйҙер, тимә,
Мин эҙләйем һине, эҙләйем,
Миңә баҡҡан күптәр араһынан
Мин бит һине гел дә күҙләйем.

Тыуғаныңдан алып һине беләм,
Һине тоям, ләкин күрмәнем.
Табырға тип, танырға тип барҙым,
Тик ҡаршыма ғына килмәнең.

Бәғзе берәү миңә ауҙар ҡороп,
Шуның аша минән үс ала,
Һинең өсөн мине мәңге юҡ тип,
Осраштырмаҫҡа тип көс һала...

Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә гел дә
Мин бит һине һаман эҙләйем.
Ҡайсаҡ сәйер тойғо өйкәй йәнде:
Ниңә эҙләгәнде белмәйем...

Әммә беләм:
Мине күрергә, тип
Юлдарыма сығып торманың.
Мин үҙем дә яҡты хыялыңа
Өмөт күперҙәре ҡорманым.

Үтер юлдарыңа, эҙҙәреңә
Күҙ нурымдан ынйы теҙмәнем...
Әммә һине эҙләмәй был, тимә,
Мин эҙләйем һине, эҙләйем...