Еҙ ҡурай

Йылға яры.Ҡарт ҡурайсы. Ҡурай.

Алҡын даръя. Ярһыҙ талғын моң.

Йылға һымаҡ,

бороңғо көй аға...

Моңдо кем туҡтата алһын һуң?!.

Ярҙа ултырып ҡурай һыҙҙырғанда

Тын да алмай йылға моң тыңлай!

Ҡурайсының төпһөҙ уйҙарына

Яуап эҙләп тулҡын ынтыла...

 

Яу юлында яныр йә һыныр, тип,

Ҡалдырған ул өйҙә ҡурайын

Улдарына: “Һеҙҙең уйнағанды

Ишетһәм, һеҙ һау, тип, уйлармын,

Хәтәр юлда еңел һулармын...”

Үҙе менән алған еҙ ҡурайын:

-Немец күрһен беҙҙең ҡоралды!

Көпшә атамы, тип, аптыраһын,

Һушы китһен, тыңлап “Урал”ды!..

 

Шарап эсеп инмәгән ул яуға —

Ғәйрәт йыйған, уйнап ҡурайын,

Яу алдынан күңелен бушатҡан да,

Үтәгән дә ырым-йолаһын.

Быуат-быуат, быуын-быуын халҡым

Йәшәгәнгә моңға сорналып,

Йәшендәрҙән янып-өтөлһә лә,

Йөрәгендә булған Уралы.

 

Ут аҫтында һалдат йылға кискән.

Алҡын даръя һытҡан сырайын.

Арғы ярға үҙе иҫән сыҡҡан,

Һыуға ғына батҡан ... ҡурайы.

Тура килеп нисә мәртәбәләр,

Ҡорбан иткән ул еҙ ҡурайын.

Моң үлмәгәс,

шөкөр, яңылары

Йән йыуатҡан, көйгә сорналып...

 

Волга һәм Дон, Днепр, Висла, Одер –

Ағыштары уйсан, моңһоу ҙа...

Эйәһен көтөп, йылға төптәрендә

Еҙ ҡурайҡай, тиҙәр, моң һуҙа!

Ваҡыт даръялары тулғана ла

Заманалар ҡалай болғана...

Тик яугирҙың

шул еҙ ҡурайында

Уйнағандай ярһый йылғалар!