Эт

Битлек кейгән битһеҙ бәндә
Төлкөнән хәйләлерәк,
Ҡуяндан ҡурҡаҡ булһа ла,
Арыҫландан хәллерәк.

Тоғро эттәй ҡойроҡ болғай
Хужаһы тирәһендә.
Торғаны бер — күҙ ҙә ҡолаҡ
Үҙенең герәнендә.

Шып-шым ғына йөрөһә лә,
Эттән ул яуызыраҡ —
Өрмәй тешләй,
Һиҙмәйһең дә
Ҡапҡанды ауыҙына.

Бүре ҡыумай — алғыр түгел,
Бер көн дә тормаҫ һаҡта.
Шымсылығы өсөн хужа
Тота этте бик маҡтап...