Ер тауышы

Егерменсе быуат ерҙән китте,
Яңы быуат баҫты аяҡҡа.
Ниндәй булыр?.. —
Күңел өшөп ҡуя,
Ҡалдырмаҫ та тимә таяҡҡа!..
Яҙлыҡмайса барып инәсәкбеҙ
Ҡосағына яңы быуаттың.
Быуар йылан булма,
Быуат башы,
Йыуаш булам, тип тә йыуатма!

Күрәҙәләр, юрап күрәсәкте,
Ниндәй генә ауҙар үрәсәк!
Миндә иһә киләсәккә өмөт
Йөҙ терелеп,
Йөҙ ҡат үләсәк...
Һуңғы өнө сыға Быуатымдың,
Минуттары уның һанаулы.
Ул Тарихҡа инә.
Тик кейеме
Ылбыраған, ҡатҡан, ямаулы...

Оҙатҡанда булһын ине лә бит
Ебәк елән, туны ҡамалы...
Ни хәл итмәк?
Булғанына шөкөр,
Артығына кеҫә самалы.
Кейем нимә?! —
Беҙҙең бәғер ҡатҡан,
Йән тетрәгән, йөрәк тетелгән.
Йолҡош ҡошҡа оҡшап ҡалғанбыҙ бит,
Хыял ҡанатыбыҙ өтөлгән.

Халҡымдың да әле күҙҙәренә
Йәш төйөлгән, ҡараш төңөлгән.
Сәстәребеҙ Рәсәй толомона
Ысҡынмаҫлыҡ булып үрелгән.
Быуат тауышы — ул ил тауышы.
Быуат ала һуңғы һулышын.
Ә халҡымдың йәшле күҙҙәрендә
Ялтлап китә
Сәмреғоштоң һәлмәк суҡышы.

Быуат тауышында ишетәм мин
Үлеп барған бала тауышын,
Әсә һөтөн, ата наҙын көтөп...
Кемгә төшөр сабый ҡарғышы?..
Саҡ-саҡ сыҡҡан Быуат тауышында
Танып ҡалам шағир тауышын:
Сәсәй-сәсәй Сәсән һүҙен сәсә,
Кем иш итһен уның дау эшен?!.

Иртә кисен бейек манаранан
Ишетелә аҙан тауышы.
Әммә ул да баҙау ғына сыға,
Киткәндәнме иман ауышып?
Иман тауышы — ул олпатыраҡ.
Тамырҙары микән юғалды?
Иман икмәк кеүек бөйөк булған,
Күңел күге булғас юғары!

Быуат тауышы — ул ер тауышы,
Иңрәй, әрней ҡартлас Еребеҙ.
Беҙҙең дә, тим, ҡалды микән әле
Тәнебеҙҙә бер һау еребеҙ?..
Быуат тауышымы?
Түгел, ул — Ер,
Ер тауышы килә Йыһанда.
Ваҡыт — мәңгелек ул,
Ерҙең генә
Ғүмеркәйе ваҡыт һанында.

Ерҙә дауҙар-яуҙар ҡуҙғып тора,
Мыжғып тора өҫтө иләүҙәй.
Китеп бара
Ерем
Йыһан буйлап,
Яңы сабый илай биләүҙә...
Китеп бара
Ерем
Йыһан буйлап,
Бер йомғаҡтай ғына ни бары...
Эй ке-ше-ләр!..
Зинһар бер-берегеҙҙе
Рәнйетмәгеҙ!
Кәмеһенсе бер аҙ Ер зары...
Кә-ме-һен-се...
2000-2001.