Ер һәм кеше

Ер һәм кеше. Кеше һәм ер.
Уртаҡ тәҡдир - бер яҙмыш.
Улар заман табанында –
Ҡорбан булмыш йә уҙмыш.
Кешенең ерҙә һуҡмағы
Икһеҙ-сикһеҙ тойолған.
Ерҙәге эҙе юйылған,
Ә тарихҡа уйылған.
Тарихтарға әйләнеп баҡ,
Туҙанын ҡаҡ, ныҡ таҙарт,
Хыянат итмә тарихҡа,
Тамырҙарыңды баҙлат!
Үҙ тамырҙарын онотҡан
Бер Иван ғына микән?
Ивандың да иҫе иҫән,
Иҫте юймаһаҡ икән.
Башҡортта хәтер һандығы
Ҡанбабаларҙан ҡалған.
Шәжәрәһен ташҡа яҙған,
Йыр-моң менән дә һалған.
Үҫкән ырыу ағастары,
Шаулаған япраҡтары,
Йәшәүҙе данлап сайҡалған
Йәм-йәшел байраҡтары.
Балта сапма шәжәрәңә,
Күкрәп үҫһен ағасың.
Ҡоромай ырыу ағасы,
Ҡабат шытып сығасаҡ!
Үрсеткән дә, туйҙырған да
Ер - моңло бишегебеҙ.
Ул мәңгелек йортобоҙҙа
Бикләнмәҫ ишегебеҙ.
Ҡара гүргә инә кеше
Көнгә ҡабат ҡайтырға:
Ҡурай булып моңланырға,
Сәскә булып атырға...
Кешем! Һинең барлыҡ эшең
Ер битенә яҙыла.
Ғүмер буйы ит изгелек,
Иҫтә ҡалыр аҙы ла.

Кешенән ер хәтерлерәк.
Хәтергә кәрәк терәү.
Ерҙе бүлгеләү кәрәкмәй,
Беҙ күмәкбеҙ,
Ер - берәү...
2005.