Еңеү таҫмаһы (Георгий лентаһы)

Йылдар аша беҙҙең араларҙы
Тоташтырған Еңеү таҫмаһы:
Бер осонда уның – ҡырыҫ һалдат,
Таныйым мин: атай баҫҡанын!

Ул таҫманың бирге осонда мин –
Атайымдың тере дауамы.
Атайҙыҡы ғына түгел –
Бөйөк
Еңеүҙең дә ярһыу ауазы!

Бураҙналар буйлап һарҡҡан ҡандай
Һуҙылған ул – Еңеү таҫмаһы,
Әллә улар – ялбарыусы ҡулдар,
Әллә фронт–фронт һалдат ауғанмы?..

Алыҫайған һайын ул йылдарҙан
Оҙоная Еңеү таҫмаһы.
Атай, һиңә
Та:ма буйлап барам,
Таҫма, гүйә, йәйғор баҫмаһы!

Ул таҫмалар бөгөн Ер шарын да
Етер ине ҡат–ҡат урарға.
Тик… ауырыу Ерҙе урар өсөн
Кәрәк булыр бинттар һорарға!..

Ерҙе таҫма ҡат–ҡат урар ҙа ул,
Йөрәк әрнеүҙәрен баҫырмы?
Таҫма, илде–илгә тоташтырып,
Беҙгә теләктәштәр табырмы?

Мин ышанам:
Еңеү таҫмаларын
Йәш быуындар йылда оҙайтыр.
Өмөт юрап,
Ерҙе к и л ә с ә к к ә
Йәшәү юлы буйлап оҙатыр!..

Май, 2014