Еләкле туғай

Бала сағымда тәү тапҡыр буғай
Әсәм табышты еләкле туғай.
Еләкле туғай!
Ерем үҫтергән әҙер емеште
Йыйып бөтөргә миндер тейешле.
Еләкле туғай!
Йәм-тәм алдым мин ошо туғайҙан,
Һут-нур һемерҙем йыйған ыңғайҙа.
Еләкле туғай!..
Еләктәр шиңде, туғайҙар бөлдө,
«Әҙергә-хәҙер» йөрөр саҡ үтте.
Еләкле туғай!
Хәтергә төшә юҡ-юҡ та былай
Әсәм табышҡан еләкле туғай.
Еләкле туғай!
Баҡһаң, миңә бит берҙән-бер булған
Әсәм күңеле — еләкле туғай.
Еләкле туғай!..
Биҙәй алдыммы тыуған еремде,
Нимә үҫтерҙем, түгеп тиремде?
Еләкле туғай?
Яҙмыш-юлдарым елдеме уңай,
Таптыммы үҙем еләкле туғай?
Еләкле туғай?
Була алырмы минең йыр-доғам
Балаларыма — еләкле туғай?
Еләкле туғай?
Еләкле туғай!..