Елдәр үҙәне

Ҡалала ла хатта
Дала иңләп
Сапҡан елдәр килеп һуҡлыға.
Яҙмыштыр был:
Ҡайҙа йәшәһәм дә
Ел үҙәккә үтә, юҡ тынғы.

Ҡаты елгә күкрәк ҡуйып барам,
Иҫер елем иҫеп бөтмәгән.
Тормош бит ул —
Әҙәм балаларын
Ниндәй генә елдәр өтмәгән?!

Тынды ҡура елдәр!
Боролоу юҡ! —
Теште ҡыҫһам ҡыҫам, түҙәмен.
Бер бирелгән генә ғүмер юлым —
Үтеүҙер ул елдәр үҙәнен?
Үтеүҙер ул елдәр үҙәнен...