Егәрле йәй

 

 Күк болонда үҫкән үләндәрҙе

Салғы ҡыйып үтте аяуһыҙ.

Йәш үләндәр ауҙы арҡыс-торҡос,

Гүйә, һалдат ауҙы аяҡһыҙ...

 

Сайҡалалар яңғыҙ ҡалғандары —

Һирәгәйгән тығыҙ сафтары.

Хәтеремдә әле шул дуҫтарҙың

Йәшел тулҡын булған саҡтары.

 

Ярһып килеп алам боһорап ятҡан

Дымҡыл   үләндәрҙе   усыма.

Тере ҡалған күкһел бер сәскәнең

Көмөш тамды керпек осонан.

 

Өлгөрә алмай орлоҡ түгергә лә

Күк сәскәләр ауған ҡаҡ салҡан.

Тик бер тына ғүмер һорайҙармы?! —

Күҙҙәрендә, ана,

Үрһәләнә һаман күк ялҡын...

 

Күк болоном ҡотһоҙ  булып ҡалды.

Тертләп осоп китте күбәләк.

Моңһоу бушлыҡ...

Һәнәк-нур уйнатып,

Егәрле йәй бесән күбәләй.