Дуҫлыҡ һәйкәле

 

Күк Уралды,

Башҡаламды нурлап,

Күккә ашты мәрмәр монумент.

Ул - символы изге көрәштәрҙең,

Сал тарихтың һүнмәҫ даны бит...

 

Ағиҙелдең бейек яр башында

Һырғый һәйкәл күккә олғашҡан...

Бөйөк дуҫлыҡ, нығып быуат-быуат,

Йөрәктәргә  килеп тоташҡан.