Дрезден ҡайыны

Уралымдан әллә ҡайҙа ятҡан
Дрездендарҙа атым бәйләнем.
Төшөү менән аҫау аҡбуҙымдан
Сүгәләнем, башым әйләнеп...

Аяҡ бөкләп, ҡурпы үләнендә
Ултырғанда башҡорт балаһы.
Ҡай арала инеп,
йөрәгемде
Бер етемлек хисе таланы.

Был сәйер хис әллә үҙемдәме,
Ауыр тойғо ниңә эҙәрләй,
Бурыслымы әллә мин был ергә,
Һорамайым даһа ҡәҙерләү?..

Харабала, ҡала уртаһында,
Шундай яңғыҙ, моңһоу күрендем...
Шул саҡ миңә өнһөҙ башын эйгән
Ҡайынына ҡулым үрелде.

— Әй йәш ҡайын!
Ниндәй һылыуһың һин!
Толомоң — наҙ,
билең ҡатмаған,
Ун етеһе еткән ҡыҙҙар һымаҡ.
Бәхет яҙың әле атмаған...

Тик һин бойоҡ.
Башың аҫҡа эйеп,
Утлы, ҡанлы ергә баҡҡанһың,
Әйтерһең, һин түгел үҙ ереңдә,
Сит илдәрҙән килеп баҫҡанһың.

Ер ҡуйынында тойоп көн яҡтыһын,
Фәрештәләй ҡалҡҡан аҡ ҡайын,
Һуғыш ваҡытында тыумай ҡалған
Туғанымдай һине байҡайым.

Япраҡтарың тулы ҡыҙыл һипкел,
Устарымды өтә ялҡыны.
Ул һипкелдәр —
Ҡорбандарҙың һиңә
Тупраҡ аша күскән ал ҡаны.

Һин был ерҙә —
Етем бала, ҡайын.
Һиңә ҡыйын...
Миңә еңелме! —
Шундай хәлдә күреп,
Туғанымды
Бәғер ташты, хистәр түгелде.

Мин дә бит һуң
Үҙ еремдә — етем,
Атай-наҙһыҙ үҫтем, ҡайыным!
Китек күңел,
һүнгән күпме өмөт...
Нисә ҡояш ҡалҡмай байыны...

Һине табып, торған яндарыңда,
Атылмаған һалдат, һылыуҡай,
Башҡортостан тигән әсәһендә,
Урал — атаһында сыныҡҡан.

Тупрағыңа — аяҡ аҫтарыңа —
Таммаҫ, тимен, хәләл ал ҡаным.
Мин килермен һиңә
Бары изге
Теләк-ниәт тейәп, аҡ ҡайын!..

...Хәҙер беләм:
Яҡын бер туғаным
Йәшәй алыҫ Дрезден ерендә,
Сатҡы өмөт — моңһоу күҙҙәрендә,
Әсе һағыш тоҙо — ирендә...