Динис Бүләковҡа ике арнау

1. Тоғро ҡалайыҡ

 

Башҡортостан Яҙыусылар

союзында бергә эшләгән

йылдар (1988-1993) иҫтәлеге.

 

Эй әйләнә тормош ҡуласаһы,

Ваҡыт ваҡлап ғүмер иләнә.

Тарта-тарта һәлмәк йәшәү йөгөн,

Күҙҙәр тона, урттар сәйнәлә.

 

Әл дә дуҫтарым бар — бергә-бергә

Күтәрергә заман һынауын.

Юрап-белеп булмай әле дәүер

Алда тағы ниҙәр һонаһын.

 

Гөл һулытып, сүл киптереп үткән

Ғүмеребеҙҙән намыҫ уйланыр,

Ҡәбер ҡаҙып, китап яҙып үткән

Көнөбөҙгә сауап юлланыр.

 

Беҙ йырлайһы йырҙар алда әле,

Иң шәп шиғыр әле тыумаған,

Беҙ һөйәһе ҡыҙҙар буй етмәгән,

Ижад ҡомарыбыҙ туймаған.

 

Эй әйләнә тормош ҡуласаһы,

Ваҡыт ваҡлап ғүмер иләнә.

Ғүмер берәү булғанғалыр ахыры,

Ҡарашыбыҙ

Үткәндәргә йыш-йыш әйләнә.

Кемде генә  илатмаған икән

Күҙ һирпкәнсе үтер был ғүмер —

Сәскә кеүек кенә ата ла ул

Ята ла шул ергә көл-күмер.

Ерҙә бер ниндәй ҙә юҡ мөғжизә,

Юҡ ҡағиҙә,

Бар хис, ярһыуҙар...

Беҙгә насип булған бер ғүмерҙе

Йөҙ  ғүмер итерлек бар хыял!

 

Ҡалған юлыбыҙға һабаҡтарҙың

Ғибрәтлеһен генә  алайыҡ,

Һатылмай ҙа,

Ватылмай ҙа торған

Хыялдарға тоғро ҡалайыҡ!

1993.

 

2. Мәңгелеккә

 

Динис дуҫҡай,

Китеп барғанһың бит,

Бөттөләме шулай түҙемең,

«Ғүмер бер генә» тип әйтеүеңә

Ышанманыңмы ни һин үҙең?

 

Бер генә шул ғүмер...

Тик бер генә...

Икенсегә ҡабат бирелмәй.

Шуғалырмы, уның үткәне лә

Бергә  саҡта бер ҙә һиҙелмәй.

 

Ә һин һиҙҙең, ахыры.

Шуғалыр ҙа

Эй кинәнеп,  ихлас йәшәнең,

Ҡулың асыҡ, күңелең йомарт булды,

Йәшнәгәндә — бик мул йәшнәнең.

 

Йөктө тарттың тик төпкә  егелеп,

Риза түгел инең мисәүгә.

Тик йәшәгән һайын ҡомарландың,

Һыуһай ғына барҙың йәшәүгә.

 

Һыуһағанда эстең касаларҙың

Береһен генә түгел, бишәүһен.

Һорап-ҡарап тормай һемерҙең дә

Һүҙ ишеттең бары  «киҫәүһеҙ...»

 

Мөхәббәтте эстең каса-каса,

Һыуһындарың ҡанмай ҡайтманың,

Һинең өсөн төндәр ҡыҫҡа булды,

Таңың  оҙаҡ ҡына  атманы...

 

Бөтәһе лә  булды...

Был тормошта

Ҡалды микән татымағаның,

Сөсөһөнә ҡарағанда күптер

Әселәрен ҡапҡылағаның...

 

Кисер,

Әгәр һине нимәләлер

Тыймаһаҡ беҙ

Тыйнаҡ булып,  булып ҡыйыуһыҙ.

Ләкин һин  бит ундай түгел инең —

Белә, тыңлай торған тыйыуҙы...

 

Киттең атлап мәңгелеккә...

Ҡояш

ярсыҡтары ҡуҙлы-күмерле...

Ҡыҫҡа ғүмерең менән

Ҡабыҙҙың һин

Оҙон ғүмер — ижад ғүмерен...

16.03.95.