Диңгеҙ

Башҡортостандың халыҡ шағиры

Рауил Бикбайға.

 

Диңгеҙ күрһәң,

Ярға килеп баҫһаң,

Әллә нишләйһең дә китәһең:

Әллә ҡаның ҡайнай

Диңгеҙ кеүек —

Өтөләһең,

Ниҙер көтәһең.

 

Уйҙарыңда урғый аҫау диңгеҙ,

Тынғы тапмай башың ҡаңғыра.

 Әллә һине ата-бабаларҙың

Диңгеҙҙәге ҡаны саҡыра.

 

Яр буйҙары тулы гәрәбәләр,

Ҡайһы ғәзиздәрҙең күҙ йәше.

Ҡандаштарың менән һөйләштең һин

Өнһөҙ генә, моңһоу күҙләшеп...

 

Ярһыуыңды баҫһаң Талҡаҫтарҙа,

Һыуһындарың ҡанды Соранда.

Йән сарсауын,

Ғүмер буйы эҙләп,

Диңгеҙҙәнме ҡалды һорарға?..

 

Тыңлап торам

Диңгеҙ менән ярҙың

Тынмаҫ көрәшен,

дау,

низағын...

Һиңә лә бит тормош

Юлдарыңа

Аҙ ҡорманы кәртә-тоҙағын.

 

Һағыш тулы ярһыу йөрәгеңдә

Диңгеҙ тулай, һыймай, тарһына.

Алҡымыңа килгән тулҡындарҙы

Тыңлап ята диңгеҙ тын ғына...

1997.