Буранда

Ҡыҙыҡ:
Әгәр ошо бурандарҙа
Мин аҙашһам, көрткә күмелһәм,
Ҡар аҫтында ҡалып,
Һөйөлөүҙән
Һәм һөйөүҙән кинәт төңөлһәм, -
Нимә булыр ине?
Эҙләрҙәрме,
Табырҙармы килеп эҙемдән,
Тамырҙарым ҡапшап ҡарарҙармы,
Танырҙармы йөҙөм-күҙемдән?..

Кемгә ҡыҙыҡтыр ҙа,
Һөйгәндәргә
Тауҙай ҡайғы төшөр ишелеп,
Ете тәүлек буйы күҙ йәш ағыр,
Ҡойған кеүек күктәр тишелеп.

Юҡ та!
Әле бурап ҡарҙар яуа,
Сумһын көрткә барыр юлдарым,
Уралымдың ап-аҡ буранында
Һөйгәндәр ҙә йәрен көтөп алһын,
Тере күрһен әсә улдарын...

Донъя ғәжәп:
Көньяҡ ярымшарҙа –
Джунглиҙарҙа афәт-ямғырҙар;
Уралымда – бурап ҡарҙар яуа,
Аҡ ҡойондар хәтәр ҡаңғыра.

Юҡ, шулай ҙа һәйбәт:
Барлыҡ донъям
Аҡ тәңкәгә алған төрөнөп.
Аҙашмайыҡ уйҙар буранында,
Йәшәмәйек йырҙан төңөлөп!..
1997.