Бөркөт йәнле булһаң…

Тауҙар илен ташлап киткәс дуҫым,
Ҡаяларҙа ҡалдым ҡамалып.
Ҡанаттары һынған ҡарағоштай
Талпынһам да, сығыу самалы.
Тауҙары ла таныш, тик ниңәлер,
Ҡаялар ҙа бөгөн текәрәк.
Таштарына баҫһам, шауҙыр таштар
Упҡындарға һөйрәй төпкәрәк.
Ҡаяларҙың тынлыҡ ҡыҫымында
Шымып ҡалдым.
Сығыу – маҡсатым.
Баш саңҡайтып бағам ҡаяларға:
Ҡаяларҙа болот – аҡ сатыр,
Менгәнсе тау тәнде ҡаҡшатыр.
Ҡаяларҙан сығыу яйын таптым
Баш осомда осҡан бөткөттән.
Өмөт ҡанатында аштым тауға,
Ҡыраздары инде өркөтмәй.
Юҡҡамы ни халҡым айбар ирҙе
Сағыштырған сая бөркөткә!
Бөркөт йәнле булһаң,
Йыһанға аш,
Сәстәреңде ҡоймай бөртөк тә…