Борғанаҡ

Донъяны ҡыҙырып, туҙҙырып,
Эй ярһый, ҡотора борғанаҡ,
Өйрөлә, сапсына, ялтара —
Еләме аҡ байтал юрғалап?!

Алдыма әллә кем ҡорған аҡ —
Күҙемде томалай борғанаҡ,
Юлымдан тайпылһам — йырғанаҡ,
Батҡандар сығалмай ҡарғана...

Сағылда йәш тирәк сайҡала,
Борғанаҡ менән ул алыша,
Батырҙай сәмләнеп айҡаша,
Баш эймәй, бил бирмәй маташа.
Аҡ дауыл, оторо ҡотороп,
Йолҡҡолай япрағын тирәктең.
Йәлләйем тирәкте:
— Ни хәл, дуҫ?!
Борғанаҡ бирәме кәрәкте?! —

Ботағы усымда — күрешәм,
Димләйем дуҫымды көрәшкә:
— Алһа ла борғанаҡ боғаҙҙан,
Ереңә ныҡ йәбеш, бирешмә!..

...Ҡыуартып япрағын тирәктең,
Ҡыуалап йоҡоһон йөрәктең,
Үҙеңде еңергә өйрәттең,
Эй рәхмәт, борғанаҡ,
Иҫкәрттең —
Һин — ҡыштың сапҡыны икәнһең!..