Болоттар ағыла

«Подруга дней моих суровых..”

А.С.Пушкин.

 

 

Алыҫтан алыҫҡа болоттар ағыла...

Туң ергә һалҡыны ҡағыла, ҡағыла.

Шул каруан күскәндә аҡ дала яғынан

Тыуған яҡ моңдары күңелгә һарыла...

 

Шул моңдан күңелем талпына, ярһына,

Ҡанатын ҡанатып осорға дауылда

Аҡ дала яғына —

алыҫ бер ауылға —

Балаһын юҡһынған ҡарт аҡҡош янына.

 

Болоттар!

Кирегә гиҙгәндә, үткәндә

Аҡ дала яғынан,

Алыҫ бер ауылдан,

Аҡҡошҡа әйтегеҙ,

ҡайта тип, балаһын...

Зинһар, ул йәшәһен

Өмөткә таянып.

Күктән таш яуһа ла,

Бер ҡайтыр балаһы,

Ҡанатын ҡанатып...