«Бәләкәй кеше»

Берәү эш стилен бер түрәнең
Ипле генә итеп төҙәтә:
— Мырҙам, үҙең генә хәл ит тә ҡуй,
Ҙур хужаға йөрөтөп йөҙәтмә...

Түрә әйтә:
— Юҡ, мин хәл итмәйем,
Хужаның ин, ана, үҙенә.
Мин ни причем. Мин — бәләкәй кеше.
Бәйләнмәгеҙ әле, һеҙ нимә?!

Икенсеһе килә, өсөнсөһө...
(Эй, өйрәнде кеше һорарға!)
Ә түрәнән анһат алам тимә,
Бер үк яуап әҙер уларға:

«Мин — бәләкәй кеше.
Мин — ваҡ балыҡ,
Өҫтә генә йөҙәм, беләһең.
Йомошоңдо хәл итә алмайым,
Ағайға ин, ана, теләһәң.
Ул үҙендә...»

«Ул үҙендә...»
Ә һин? —
Һин — бәләкәй,
Ағайҙарың иһә — титандар?
Улар көслө, төптә иркен йөҙә.
Ваҡ балыҡты йотҡан суртандай.

Һин — «бәләкәй кеше».
Бына һинең
Бар фәлсәфәң, йәшәү мәғәнәң.
Ундай саҡта хатта онотола
Иманың да алла тәғәләң...

Хәйер, иман һиндә ҡалды микән,
Ул ҡасҡандыр һинән төңөлөп.
Ә меҫкенлек, ике йөҙлөлөктән
Ҡасан азат булыр күңелең?..

Ә «бәләкәй кеше» булыу йәтеш,
Ышыҡланыу ағай артына,
Һинән унда бер ни һорамайҙар,
Тик күн генә «титан» шартына:

Унда һиңә теймәҫ ел-ямғыр ҙа,
Иң мөһиме — имен булырһың,
Эштәрең дә Ул ҡушҡанса барыр,
Креслоңда төштәр күрерһең,
Ағайыңдан бер тотам да ҡалмай
Күләгәһе булып йөрөрһөң...

Әгәр йәнебеҙҙә йәшәп ятһа
Теге «бәләкәй кеше»,
«ваҡ балыҡ»,—
Ғүмер баҡый «суртан» хаким булыр,
Үҙ теләген генә хаҡ һанап...