Бишбүләк

Бишбүләк[1]

 

Бишбүләгем — моң төйәгем,

Бишегем,  ғәзиз  ерем,

Һиндә минең тамырҙарым,

Ҡырыңа тамған тирем.

 

Бишбүләгем — хис төйәгем,

Мөхәббәт ҡайындарым,

Шишмәләрең һыуын эстем,

Һөйөүҙән айныманым.

 

Бишбүләгем — Дим буйҙары,

Моңло һандуғас иле,

Тальяныңдың көмөш сыңы

Мәңге тынмаһын ине.

 

Бишбүләгем — берҙән-берем,

Һин  тип тибә  йөрәгем,

Биш  йәшәүҙәй бер  ғүмерем

Булһын һиңә  бүләгем...

 

 

[1] Рим Хәсәнов музыкаһы.