Беҙҙең арала һөйләшеү

Беҙҙең арала һөйләшеү
Булды ла, булманы ла.
Һине эҙләгән юлдарым
Унды ла, уңманы ла.

Ниҙер булды йөрәгемә —
Янды ла, янманы ла.
Көмөш тамсы керпегеңдән
Тамды ла, тамманы ла...