Бейеү — һөйөү

 

Рәсәйҙең — атҡаҙаған, Башҡортостандың

халыҡ  артисы Мөхәммәт Иҙрисовҡа.

 

Пенсионер тиҙәр һине тағы!..

Ышанмаҫ — кем тоғро һөйөүгә.

Һөйөү бит ул пенсияға сыҡмай,

Ә һин мәңге ғашиҡ бейеүгә.

 

Пенсионер, имеш...

Һин бит, ағай,

Бер пионер кеүек баҫҡанһың.

Муйыныңа күпме саҡырыуҙар,

Әллә күпме бурыс аҫҡанһың?!

 

«Эх  бер генә  тағы бейеһә!» — тип

Йәше-ҡарты баҫа  көйөүен.

Сәхнә — һинһеҙ,

Һин сәхнәһеҙ ҡалһаң,

Нишләр ине башҡорт бейеүе?!

 

Бейерҙәр...

Тик һинең бейеүеңдең

Йәме генә түгел, ғәме бар,

Йөрәкте тулатыр осҡоно бар,

Ҡанатланып осор йәне бар!

 

Бейеүеңдә һинең — башҡорт рухы,

Ҡанлы, шанлы, данлы үткәне,

Һунарсы ла,

Һуғышсы ла булып,

«Байыҡ» булып  ғүмер иткәне.

 

Бейеү һинең һөйгән  йәрең булды:

Ҡоло итте һине,  бей итте...

«Ул сәхнәлә бейей», — тип торманы,

Һине лә бит тормош бейетте.

 

Һайй бейетте!.. Нисек кенә булды

Һеңгәҙәтә һуҡҡан саҡтары!

Әммә һиндә Алпамыша көсө —

Баҫһаң һыныр иҙән таҡтаһы!..

 

«Бар ғүмерен бейеп үткәрҙе ул», —

Тиеп бер кем үсәп әйтмәҫ тә.

Һин бит бирҙең барлыҡ  булмышыңды

Бейеү тигән Оло сәнғәткә!

 

Көйһөҙөрәк булып китһә йәшәү,

Дәрт-зауыҡтар бер аҙ һайыҡһа,

«Һа-а а-ай рәхәт донъя!» — тиеп,

Һәр берегеҙ баҫһын «Байыҡ»ҡа!

 

Бөтә халыҡ уға эйәргәндәй,

Таянып та алған бөйөргә...

Бейеүсегә, зинһар, һүҙ әйтмәгеҙ, —

Яңы ғына төшкән бейергә!..

1995.