Беренсе фотоһүрәтемә

 

Тәүге һүрәт.

Ауыл балаһының

Объективҡа тәүге ҡарауы.

Ҡарашында — дала бурандары,

Селләләрҙең тынды ҡурыуы.

 

Ул ҡарашта сағыла

тыуған яҡтың

Көмөш юшандары, ҡауланы,

Бала башын күмер ҡылғандары,

Үләненә ятып аунауы...

 

Ул ҡарашта яна

яҡты өмөт,

Яҙмышына — инсаф ышаныс.

Күңелеңдә тулай бикле бер тай,

Өҙөп сабыр мәлһеҙ тышауын...

 

1997.