Бер кемде лә әле күргем килмәй

Бер кемде лә әле күргем килмәй,
Бер кемгә лә килмәй ҡарағым,
Тамам туйҙым тормош шауҙарынан,
Яра булып килә ҡанағым.

Тынлыҡ көҫәй йәнем. Ҡай тарафҡа
Олағып сығып ҡына китәһе,
Мәхшәрҙәрҙән ҡасан ҡотолаһы,
Болаларҙан нисек үтәһе?..

Тамам туйҙы йәнем шау-шыуҙарҙан,
Байрамдарҙан камил бүгелде...
Әҙәмдәрҙең, үҙ асылын юйып,
Донъянан биҙеүе түгелме?..

Әллә нимә, әллә нимә булды...
Бер кемгә лә килмәй ҡарағым...
Тамсы булып тамып бөткөм килә...
Яра булып килә ҡанағым...

Февраль, 1995.