Бер һылыуға яуап

«Ғүмер юлын нисек үтергә?» — тип
Һорама һин, һылыу, һорама;
Кәңәш — кәңәш инде, төрлө була,
Әллә ярай, әллә ярамай...

Мин дә шулай кәңәш һорағанда,
Ҡартәсәйем әйтте:
— Һорама,
Балам, тормош үҙе өйрәтә ул,
Ғүмер бит ул — хас та ҡорама...

Хәҙер генә тойҙом,
Баҡһаң, ғүмер
Ҡартәсәйҙең һырыған юрғанына —
Ҡорамаға бик тә оҡшаған:
Йәшлек мәле — иң ныҡ, сағыу сағы,
Ҡартлыҡ мәле — туҙған, ҡаҡшаған…

Көн аяҙып киткән кеүек булды,
Һирпелгәндә миңә ҡарашың;
Тик ышаныс тулы күҙҙәр менән
Үтһәң икән ғүмер араһын!..

Ә ул Ғүмер тигәндәрең, һылыу,
Бер мөғжизә булып ярала,
Ниндәй нағыш, ниндәй биҙәктәрҙән
Туҡылыр ул — шуны самала...

Иләнә ул төрлө еп-нурҙарҙан,
Биҙәлә ул көллө төҫтәрҙән;
Үҙ өлөшөн, наҙын һәм зауығын
Тейеш һәр кем унда өҫтәргә.

Бер өлөшө хасил юғалтыуҙан,
Икенсеһе булыр табыштан...
Тулһын ине лә бит гел шатлыҡтан,
Ихласлыҡтан, сафлыҡ, намыҫтан...

Унда бар ки әсе үкенестәр —
(Сыңлатырлыҡ йөрәк ҡылдарын...)
Сәселмәгән орлоҡ,
Ҡороған гөл,
Илдең наҙ һағынған толдары...

Ғүмер ептәренең бешелеге —
Тоғролоҡтан, һөйөү антынан;
Сигендерә улар әжәлде лә,
Ҡотайғандай аҡтыҡ тамсынан...

Яуызлыҡтар ҡапҡан ҡороп ҡуя
Һәр ғүмерҙең үтер юлына...
Выждан тигән атың арымаһын,
Теҙгене гел булһын ҡулыңда...

Арғымаҡҡа менеп алып ҡына
Үтеп булмай ғүмер араһын,
Ишәккә лә бер мәл атландыра,
Үгеҙен дә егеп бараһың...

Ғүмер юлын нисек үтеүҙәргә
Юҡ ҡағиҙә, әҙер әмәлдәр...
Ғүмер — йомғаҡ,
Нисек тағатыуың
Үҙ ҡулыңда һинең ғәмәлдә...

«Ғүмер юлын нисек үтергә?..» — тип
Кәңәшемде, һылыу, һорама;
Миң үҙем дә ҡалам аптырашта,
Ағай әйтә, тимә, юрамал;
Ҡартәсәйем, ахыры, белеп әйткән:
«Ғүмер бит ул — хас та ҡорама...»