Байҡағанда тарих тамырҙарын…

450 йыл – ул рәсми иҫәп,
Тарихтың тик бирге башынан.
Арғы башы уның – ҡара урман,
Яҙылған ул Урал ташына.
Төпкөлдәге тарих – томандарҙа,
Кем тараған йөндәй, кем теткән?
Ауҙай сеймәлгән ул, өҙгөләнгән,
Кем тағатҡан уны, кем һүткән?..

Билдәлеһе генә тарихтарҙың –
Үҙенә йомған күпме йомаҡты?!
Дуҫлыҡ, тоғролоҡтан нимә ҡала
Һүткән һайын иҫке йомғаҡты?
Тағатһаң ни: ҡанлы, данлы тарих
Йәһәт уҙыр кинотаҫмалай,
Шул башҡортто манҡорт, ҡол итергә
Ниҙәр ҡылынғанын тоҫмалла!

“Башҡорт бунт әҙерләй!” – тип тыйғандар
Ураҡ тешәп, саҡма саҡһа ла.
Халҡым тейеш булған хаҡ түләргә
Мөрйәһенән төтөн сыҡһа ла.
Башҡорттарҙы ҡабырғанан аҫҡан
Дар ҙа һынған, тимер ҡаҙыҡ та…
Әммә милләтемдең михнәттәре
Тарих даръяһында һайыҡмай!

Был ынтылыу түгел айырымлыҡҡа,
Байраҡ итеү түгел тарлыҡты.
Ят ҡәүемдән күскән хилафлыҡтар
Тамырында ҡайнай тарихтың.
“Өлкән ағай” тиһәм, тел әйләнмәй:
Ата–бабам нисек йөҙәгән!-
Урыҫ баҫҡынынан түгелме ни
Уралымда башҡорт әҙәйгән?

Күпме яуҙа башҡорт башын һалған
Рәсәй өсөн! - Тарих өнһөҙмө?!
Башҡорт-яугир – ҡанһыраған януар,
Хаҡлыҡ өткәс, дуҫтар көйһөҙмө?
Өйрәнгән яу – һуғышмаға яҡшы,
Сыныҡтыҡ беҙ күпме алышта?!
Хәҙер инде урыҫ – күптәнге дуҫ,
Тауариш та, белеш, таныш та…

Бер арбаға инде егелгәнбеҙ
Йәнебеҙҙе фиҙа ҡылмаға.
Йәшәү ғәмен күпме быуындарҙың
Бирелгәнлек уты ялмаған?!
Йыһан ярып,
Кремль куранттары
Уятҡанда бәллүр таңдарҙы,
Болоҡһой ҙа күңел…
Шомло һағыш –
Йөрәгемә сәнсә аңғармай…
2007.