Балам менән һөйләшеү

Донъя шундай матур,

йәш ҡар яуғас,

Ерҙә ап-аҡ мәрмәр тантана,

Һәр ҡар бөртөгөндә ҡояш яна,

Ап-аҡ моңдан йәнем ял таба.

 

Янда балам.

Теүәл бөтә донъям.

Бар тарафта тынлыҡ, хозурлыҡ.

Йыһандың был тантаналы мәлен

Юҡтыр кеүек һис ни боҙорлоҡ...

 

Сеү...

Йөрәк һуң ниңә сәнсеп ҡуя?

Ап-аҡ ҡарҙар ниңә ҡарая?

Беҙҙә генә мәллә был тантана,

Беҙҙә генә өҫтән ҡар яуа?..

 

Ерҙең бөгөн ҡай бер мөйөшөндә

Нахаҡ күҙ йәш, ал ҡан аҡһа ла,

Бер саҡ донъя, балам, һиңә ҡалыр,

Бел! –

Именлек итһен тантана...

 

Бына әле донъя шундай матур,

Ерҙә ап-аҡ мәрмәр тантана!..

Йөрәк кенә һыҙлай.

Гүйә, күктән

Ҡарлы күҙ йәш һәм ал ҡан тама.