Бала – дала

Киттем, әсәй, алыҫ юлға сығып,
Бала күңеле, эйе, — далала...
Уйламаным, әсәй,
Әйткәнеңде:
«Ни бар һиңә
шул бер ҡалала?..»

Тороп ҡалдың,
Әсәй...
Тыуған өйҙө
Төштәремдә күрәм
ҡалала.
Тик һуң ғына белдем:
Ярты йәнем
Тороп ҡалған икән
далала...