Бағайымсы күҙҙәреңә

Сабый сыҡты, ана, көн битенә,

Аҡ биләүҙән, пак-саф хистәрҙән,

Ҙур өмөттәр бағлап,

Йыһан баҫты,

Кендек инәй кеүек, хәстәрләп.

 

Донъя шулай  аса  ҡапҡаларын

Һәр  быуындың ғүмер  таңында.

Ерем, бағайымсы күҙҙәреңә

Сабый күҙе менән яңынан!