Айгөлгә

Тәбиғәттә бар нәмә лә
Үҙ мәле менән бара.
Ғүмерҙең дә һәр тулҡыны
Үҙ яйы менән ҡаға.
Гөлдәр ҙә бит сәскә ата
Ваҡыты еткәс кенә.
Алмалар төшә өҙөлөп,
Ҡыҙарып бешкәс кенә.
Бөгөн ҡылыр изгелекте
Мотлаҡ бөгөн ҡыл, балам.
Яҡшылыҡ оҙаҡ көттөрмәҫ,
Ысынлап эҙләп барһаң.
Бөгөн теүәлләйһе эште
Ҡалдырһаң иртәгәгә,
Ашығыс дәүерегеҙҙә
Үҙеңә кәртә генә.
Кисәге өсөн көсәнеү —
Ымһыныу ғына бушҡа,
Үткәнде булмай ҡайтарып, -
Ваҡыт мәңгегә осҡан.