Ай ҡыҙына

Туп-тулы ай — бер йомғаҡ май
Ике төн йөҙә күктә,
Ике төн уны күҙәтәм,
Ике төн зарығып көтәм.

Ниндәйҙер сер йәшергән ай,
Шуғалыр — болоҡһоном,
Төндәр буйы албырғата,
Ай ҡыҙы, холоҡ-һының.
Ҡарата табаҡ битеңме,
Тарта тирткән түштәрең,
Тертләп торған болан билең,
Тулҡын-тулҡын сәстәрең?..
Сентябрҙә — сәфәр айы —
Айҙарға менәм әле,
Ай-вайыңа ҡарамайса
Бер һурып үбәм әле!
Ултырып ярҙа яныңда
Сәстәрең үрәм әле,
Һағыныуҙарым ҡанмаһа,
Көн һайын күрәм әле...
Ай ҡыҙы!
Тулҡын сәсеңә
Хәсрәтемде күмермен,
Һағыштарымдан үлермен,
Баҙлап һүнер күмермен...