Ауыл күренештәре

***
Ир батыры яуҙа илен яҡлап,
Ҡанын ҡойған сит-ят яҡта ла.
Әле бына, һәйкәл булып ҡайтып,
Ауылында баҫҡан һаҡҡа ла.

***
Ир бахыры араҡыға аҡса һорап
Алалмағас бер нисек тә бисәһенән,
Бисәһенә үс иткән дә асыуынан,
Күп уйламай ут төрткән, ти, бесәненә.

***
Һуғым һуйҙырыуға хатта
Бер ярты етмәй икән:
Мөгөҙ һайын бер шешәһеҙ
Бысаҡ та үтмәй икән.

***
Ҡырҡтыла ла арта диләнкәләр,
«Санрубка»һы йылда күбәйә.
Ағастарҙы шырпы урынына
Яға кеше, һатып кинәнә.

***
Ут һүнһә лә ярты кәрәк
Бағананы йүнәтергә,
Иртән торғас тағы кәрәк —
Монтер башын төҙәтергә.

***
Көн ыҙғары үтеп китер ҙә ул,
Оҙаҡ үтмәй әҙәм ыҙғары.
Еңел түгел үҙ-үҙеңде еңеп,
Ваҡлыҡтарҙан булыу юғары.

Көн йонсоуы — йәнгә бәлә түгел,
Яманыраҡ әҙәм ыҙғары...
Гонаһлыны кисерә лә белеү —
Үҙ баҡсаңдан каруан уҙғарыу.

***
Әбей әйтә: «Ауыл хәҙер
Элеккесә түгел инде.
Тәртиптәр хәҙер икенсе —
Шешә тота бөтә илде.
Әҙәм хәҙер бер ниҙе лә
Тәккә түгел, бушҡа һатмай,
Улым да бит миңә килһә,
Бер яртыһыҙ сөй ҙә ҡаҡмай.
Ҡул йыбырлатһа ла — ярты,
Ҡыл ҡыбырлатһа ла — ярты.
Һүҙ ярҙамы — ярты теләй,
Күҙ һаламы — ярты көҫәй.
Донъя китте әллә ниндәй,
Әҙәм бәлиғ — аҡыл инмәй...»