Апайҙарым

 

Билдән ҡарға батҡан аҡ ҡайындар

Ирекһеҙҙән ҡулым һуҙҙыра —

Билдән көрткә батҡан аҡ һындарҙы

Оҡшатмаһам ине ҡыҙҙарға!..

 

Бил быуарҙан көрткә бата-бата,

Күҙ асҡыһыҙ аҡман-тоҡманда,

Апайҙарым,

үгеҙ егеп алып,

Бесән ташый ине туғайҙан...

 

Һүндерә алманы афәт күңел ҡуҙын,

Талдыра алманы талдай билдәрен,

Тайҙыра алманы юлдан дәү йөктәрен,

Терәгәнгә,

һынмаҫ таяу итеп,

Апайҙарым ҡаҡса иңдәрен...

 

...Аҡ ҡайындар

Билдән ҡарға батҡан!  —

Йөк ташыған шул ҡыҙ-ҡырҡындай..

Апайҙарым!

Уттай йәшлегегеҙ

Ҡыйылғанға йөрәк һулҡылдай...

 

... Көрткә бата-сума үткән саҡта,

Аҡ ҡайындар, һеҙҙең эргәнән,

Аҡ һынығыҙ аша, һәйкәл кеүек,

Апайҙарым баҫа тирәләп...