Аңлашыу

Һалҡын ҡышта әллә күк күкрәне,
Йәшен утын хәтһеҙ сәсрәтеп…
Йөрәк тамырҙарым буйлап үтте
Бер һөйөүҙең миңә нәфрәте.

Күкрәү үтте…
Ҡойоп ямғыр яуҙы,
Даръялары ташты күңелдең;
Беҙҙе тоташтырған күпер аҡты…
Осрашыуҙан мәңге төңөлдөм.

Ниндәй алыҫ ара!..
Араларҙы
Тоташтырҙы… йәйғор күпере!
Һин күҙәттең, көттөң яндарыңа,
Әйтерһең, мин шунан үтермен.

Өмөтләнмә,
Күңел ташҡынымды
Йәйғор күпер аша үтә алмам.
Кисер мине,
Йәйғор мәғрур ҙа, тик
Тоғролоҡҡа күпер итә алмам.