Алтын сүмес

Йыһан-ашъяулыҡҡа түңкәргәндәр
Етегәнде — алтын сүместе.
Еңгәй һорай:
«Мөхәббәт шарабы
Ҡойоп ҡуйған инем,
кем эсте?..»

Яуаплай Ҡыҙ:
«Еңгәм, ғәйеп итмә,
Уҡсы егет менән мин эстем...
Иртән йәнә, шул шарапты ҡойоп,
Тулы ҡалдыр
алтын сүместе...»