Алтмышыңда алғыр арыҫландай

Алтмышыңда алғыр арыҫландай
Ажарланып алға уҡталһаң һин,
Етмешеңдә етеҙ егет кеүек
Елдәй елер атты нуҡталарһың.

Һикһәнеңдә һикереп атҡа мен дә
Туҡһаныңда бейе туҡылдатып.
Йөҙ йәшеңдә йөҙ ҙә хис даръяңда
Бәпестәреңде һөй тупылдатып!